Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайын бөрөһөн йыйыр ваҡыт етеп килә

Нәҡ шул бөрөләрҙән әҙерләнгән төнәтмә гаймориттан ярҙам итә икән.

Ҡайын бөрөһөн йыйыр ваҡыт етеп килә
Ҡайын бөрөһөн йыйыр ваҡыт етеп килә

Гаймориттан ҡайын бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмә яҡшы ярҙам итә. Дарыухананан һатып алынған ҡайын бөрөһөн араҡыға һалып төнәтергә кәрәк. Яҡынса 1/5 өлөшө – бөрө, ә ҡалғаны – мәҫәлән спирт ярамай. Йылы урында, болғатып-болғатып төнәтергә кәрәк. Араҡы һоро төҫкә инһә, төнәтмә әҙер тигәнде аңлата. 

Артабан кизе-мамыҡ сепрәкте маңлайҙы ҡапларлыҡ итеп 5 – 6 ҡатҡа бөкләргә һәм ошо төнәтмәлә еүешләп, маңлайға ҡуйырға. Сепрәк маңлайҙы, хатта ҡаштарҙы яҡшы итеп ҡаплап торорға тейеш. Өҫтөнә целлофан һалып, төнгөлөккә ҡалдырырға. Маңлайҙы әҙерәк ҡыҙҙырып, яндырып торған һымаҡ булыр, әммә уның зыяны юҡ. Бына ошо ябай ғына ысул бер ниндәй дарыуһыҙ һәм операцияһыҙ гаймориттан ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: