Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Был төнәтмәне ҡулланғандан һуң йылы кейенергә кәрәк

Тик был дауаны ҡараңғы урында һаҡларға онотмағыҙ!

Быяла банкаға ярты литр араҡы ҡойоп, картуф шытыҡтарын тултырығыҙ. Бынан һуң банканың ҡапҡасын нығытып ҡуйығыҙ ҙа ҡараңғы урынға ултыртығыҙ. Унда 15-20 градустан да йылыраҡ булмаһын. Бер аҙнанан төнәтмә әҙер буласаҡ.


- Был төнәтмә нервы күҙәнәктәре менән бәйле сирҙәргә ярҙам итә. Мәҫәлән, сәнсеп-сәнсеп бил ауыртҡанда, йәки тубыҡтарығыҙ һыҙлағанда, баҫҡыстан менеүе-төшөүе ауыр булғанда.

- Был төнәтмәне һыҙлаған урынға һөртөп, йылы кейенергә кәңәш ителә. Бер нисә минуттан һыҙланыуығыҙ баҫылып ҡалыр.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: