Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аяҡ-ҡулдары һыҙлап интегеүселәргә берҙән-бер файҙалы кәңәш

Эйе, эйе, ысынлап файҙалы. Нимәһе үкенесле, был дауаларҙы йәйгеһен тапалап йөрөйбеҙ, ҡышҡыһын аптекаға йүгерәбеҙ.

Аяҡ-ҡулдары һыҙлап интегеүселәргә берҙән-бер файҙалы кәңәш
Аяҡ-ҡулдары һыҙлап интегеүселәргә берҙән-бер файҙалы кәңәш

Ҡайһы ғына төркөмгә инмә, аяҡ-ҡулы һыҙланыуына зарланыусылар күп.

Аяҡтар һыҙлауын тиҙ генә баҫыу өсөн бер пакет уҫаҡ (осина) япрағы йыйып алып уны ҡояшҡа һалып ҡуйығыҙ. Ул һап-һары булып бешкәс, тәрән тасҡа һалырға кәрәк. Өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡойоу мотлаҡ кәрәк буласаҡ. Төнәтмәнең эҫелеге аяҡты бешермәҫлек булғас ҡына, тубыҡҡа хәтлем аяҡтарыңды шунда ҡуйып ултыраһығыҙ.

Шунан һуң, ауырыуҙың бармаҡ остарынан сыҡҡанына тиклем һиҙеләсәк. Беренсе тапҡырҙа уҡ ауырыу юҡҡа сыға.

Һуңынан инде профилактика өсөн ике тапҡыр аяҡтарҙы уҫаҡ япраҡтары һыуында тотһағыҙ бик яҡшы буласаҡ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: