Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иң кәрәкле төнәтмә

Бигерәк тә иммун системаһын нығытыу өсөн кәрәк ул.

Иң кәрәкле төнәтмә
Иң кәрәкле төнәтмә

Гөлйемеш иммунитетты нығыта, организмды ҡартайыуҙан һаҡлай, ялҡынһыныуҙарға ҡаршы тора, һалҡын тейеп ауырығанда тиҙерәк һауығырға ярҙам итә. Витаминдарға бай был емештең файҙалы үҙенсәлектәре, әлбиттә бының менән генә бөтмәй. Уны бауыр, бөйөр ауырыуҙарын дауалау, үт ҡыуыу сараһы булараҡ та эсергә кәңәш итәләр.

Түбәндә киптерелгән гөлйемеш ярҙамында бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ, файҙаланып ҡарағыҙ, шифаһын үҙегеҙ күрерһегеҙ.

Иммун системаһын нығытыу өсөн

Организмдың иммун системаһын нығытыу өсөн даими рәүештә гөлйемеш емешенән әҙерләнгән сәй эсергә кәңәш ителә.

Бының өсөн бер стакан ҡайнар һыуға ике балғалаҡ ваҡланған гөлйемеш һалып, өҫтөн таҫтамал менән ябып, биш минут тоторға. Унан инде эсергә лә мөмкин. Тәм өсөн бер аҙ бал, лимон ҡушырға мөмкин.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: