-1 ҡалаҡ ромашкаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, биш сәғәт йылыла төнәтергә кәрәк. Шунан болғатырға, һөҙөргә һәм көнөнә өс тапҡыр танауға тамыҙырға.
-3 ҡалаҡ ваҡлап туралған һуғанға 50 мл йылы һыу ҡойорға, ярты балғалаҡ бал өҫтәп, ярты сәғәт тоторға. Был һыуҙы көнөнә өс тапҡыр танауға тамыҙып торорға.
-Һуған һәм һарымһаҡты ваҡлап турап, көнөнә дүрт тапҡыр 10-15 минут тирәһе танау һәм ауыҙ аша һулап ултырырға.
-Тымаулай башлағас та, табанға горчичник ҡуйып, ҡалын йөн ойоҡ кейергә һәм ике сәғәт үткәс, алып, ун минут бүлмә буйлап шәп-шәп атлап йөрөп алырға кәрәк.
-Танау эсенә каланхоэ япрағының һутын күп итеп һөртөргә. Көнөнә биш тапҡыр танауҙың ике тишегенә лә 4 тамсы алоэ һутын тамыҙып торорға.
-Танауҙың ике тишегенә лә 5-6 тамсы сөгөлдөр һутын тамыҙып, мамыҡ тампондарҙы шул һутҡа манып, танауға тығып йөрөргә.
-Бер ус эвкалипт япрағына ҡайнар һыу ҡойорға һәм башты таҫтамал менән ҡаплап ултырып, күтәрелгән быу менән тын алырға. Тик тынды танау менән алып, уны ауыҙ аша сығарыу мөһим.
-Тымау ныҡ йонсотҡан осраҡта ҡыҙған табаға ҡойолған һеркәнән күтәрелгән боҫ менән тын алып ҡарарға мөмкин.
-Нашатыр спиртына сылатылған мамыҡты танауҙың ике тишеге менән сиратлаштырып еҫкәргә.
-Керән, арыш оно һәм балды бер тигеҙ нисбәттә һалып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡамырҙан йәймә яһап, танау биленә һалырға. Был рәүешле мотлаҡ өс төн дауаланырға.
-Танауға көнөнә өс тапҡыр кәбеҫтә һуты тамыҙып торорға. Табандарға йод һөртөргә һәм ҡоро гәрсис һибелгән йөн ойоҡ кейергә кәрәк.
-Танауҙың лайлалы тиресәһенә вазелин һөртөргә, шунан танауҙың ике тишегенә лә ыуалған һарымһаҡ һөртөлгән мамыҡ тығырға. Был процедураны көнөнә өс тапҡыр эшләргә.
-Һарымһаҡ майы ла тымау тейҙергәндә файҙалы дауа. Бер һарымһаҡ бүлкәһенә бер ҡалаҡ үҫемлек майы ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға, иртәнсәк һөҙөп алып, тәүлек дауамында 3-4 тапҡыр танауға тамыҙып йөрөргә кәрәк.
-1 ҡалаҡ ҡаты итеп ҡайнатылған ҡара сәйгә ярты балғалаҡ бал һәм 15 тамсы эвкалипт төнәтмәһе ҡушып бутағыҙ. Эвкалипт төнәтмәһен дарыуханала табырға була. Килеп сыҡҡан дарыуҙы көнөнә 3-4 тапҡыр бишәр тамсыға тиклем танауға тамыҙырға ярай. Уны хатта бәләкәй балаларҙы дауалағанда ла ҡулланырға була.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!!!