-3 °С
Ҡар
Балан емештәрен ҡайнар һыуға һалып алығыҙ ҙа иләк аша үткәрегеҙ. 1:1 иҫәбенән бал ҡушып болғатығыҙ һәм бүлмә температураһында бер аҙна дауамында тотоғоҙ.
Әҙер булғас һәр көн иртәнсәк ас ҡарынға 1 аш ҡалағы ашағыҙ. Уны шулай ҡабул иткәндә кеше организмына витаминдар тупланмаһы йыйыласаҡ.
Ә бына тамаҡ ауыртҡанда 1 аш ҡалағы балан емешен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып 2 сәғәткә ҡалдырығыҙ. Ангина менән ауырығанда шул сироп менән тамаҡты сайҡатһағыҙ бик файҙаға ғына буласаҡ.
Бронхит менән яфаланғанда 3 аш ҡалағы баланды һытып 3 аш ҡалағы бал менән болғатырға. Шуға 1 литр ҡайнатылған һыу ҡойоп 10 минут дауамында ҡайнатырға кәрәк буласаҡ. Һуңынан һөҙөп алып сәй кеүек эсергә мөмкин.