Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
30 Сентябрь , 14:05

Ошо дауаны әҙерләп алғандан һуң уны даими ҡабул итергә кәрәк

Иммунитет нығытыу, гемоглобин күтәреү  һәм йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн бик файҙалы ул.

Ошо дауаны әҙерләп алғандан һуң уны даими ҡабул итергә кәрәк
Ошо дауаны әҙерләп алғандан һуң уны даими ҡабул итергә кәрәк

Уны әҙерләү өсөн бер нисә емеш кәрәк буласаҡ. 

Курага, йөҙөм, ҡара емеш, инжир, грек сәтләүеге, лимон һәм бал кәрәк була. Уларҙың массаһы 200 грамм булырға тейеш.

Бөтә емештәрҙе лә яҡшы итеп йыуып киптерергә, лимонды фәҡәт ҡайнаған һыу менән йыуырға, артабан бөтә емештәрҙе лә ир үткәргес аша үткәреп барыһын да ҡушып болғарға. Дауа әҙер! Һыуытҡыста һаҡларға онотмағыҙ! Балаларға көнөнә бер тапҡыр 1 сәй ҡалағы, өлкәндәр өсөн көнөнә ике тапҡыр 1 аш ҡалағы ҡабул итергә. 1 ай дауамында эсергә. 

Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: