Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Һаулығың – байлығың
7 Октябрь 2024, 11:22

Нимә генә тиһәгеҙ ҙә аптекаларҙа һатылған дарыуҙарҙың береһе лә әремгә етмәй

Унан әҙерләнгән төнәтмә – яҡшы профилактика. Әремдән төнәтмә яһап эсеү күп сирҙәрҙән һаҡланыу сараһы булып тора. Был файҙалы төнәтмәне әҙерләү өсөн күп нәмә кәрәкмәй:

Нимә генә тиһәгеҙ ҙә аптекаларҙа һатылған дарыуҙарҙың береһе лә әремгә етмәйНимә генә тиһәгеҙ ҙә аптекаларҙа һатылған дарыуҙарҙың береһе лә әремгә етмәй
Нимә генә тиһәгеҙ ҙә аптекаларҙа һатылған дарыуҙарҙың береһе лә әремгә етмәй

Бының өсөн бер литрлыҡ банкаға йәки термосҡа бер аш ҡалағы әрем һалып, ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәгәһенә көн дауамында яртышар стакандан ашар алдынан ярты сәғәт алда эсергә. Әрем – бик көслө үлән. Һау-сәләмәт кешеләргә лә төнәтмәне 14 көндән артыҡ эсмәҫкә кәңәш ителә.

Миҙгел сирҙәре ваҡытында тымау йәки температура билдәләре һиҙелеү менән тамаҡ төбөн, танауҙы әрем һалып ҡайнатылған һыу менән сайҡата башлағыҙ. Быны, сирләмәгән осраҡта ла, профилактика өсөн башҡарарырға мөмкин. Көн һайын әрем һыуы әҙерләү мәшәҡәтле тойолһа, дарыухананан әҙер эфир майы һатып алығыҙ.

Әрем төнәтмәһе ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, бәләкәс балаларға ярамай. Шулай уҡ аҙ ҡанлылыҡ, ашҡаҙан сей яраһы һәм башҡа ҡайһы бер ауырыуҙар мәлендә лә тыйыла. Үләндәр менән дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас