Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Яман шеш ауырыуы урап үтһен тиһәгеҙ

Иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһен ҡулланығыҙ! Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был бигерәк мөһим.

Яман шеш ауырыуы урап үтһен тиһәгеҙ
Яман шеш ауырыуы урап үтһен тиһәгеҙ

Түш яман шешенә ҡаршы көрәштең иң һөҙөмтәле алымда­рының береһе – үҙ-үҙеңде тикшереү. Күрем башланғандан һуң алтынсы-ун икенсе көндәр арауығында ай һайын көҙгө алдында түштәрҙе тикшерергә кәрәк.

Тире күгәреберәк, ҡыҙа­рыбыраҡ, шешмәкләнеп, бөрө­шөбөрәк, эскә тартылыбыраҡ тормаймы? Түштең остары икеһе бер кимәлдәме, батыбыраҡ китмәгәнме? Уларҙан ҡан ҡатыш эренле бүлендек сыҡмаймы? Һул ҡул менән уң түште, уң ҡул менән һул түште ашыҡмайынса тикше­регеҙ, ҡултыҡ аҫты төйөрҙәрен дә ҡарағыҙ. Саҡ ҡына тығыҙ урын да, һиҙелер-һиҙелмәҫ төйөр ҙә, тиренең аҙ ғына үҙгәреүе лә һеҙҙе һағайтырға тейеш.

Шулай уҡ медицина тикше­реүе, диспансеризация үтеүгә яуаплы ҡарарға кәрәк. Ваҡы­тында маммологка күренеп тороу, түш биҙҙәренә ультра тауыш тикшереүе, 40 йәштән һуң маммография үтеү ҙә сирҙе про­филактикалауҙа мөһим роль уйнай. Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, ваҡытында бәпәй табып, уны күкрәк һөтө менән туҡландырыу ҙа түш яман шеше ҡурҡынысын кәметә.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: