Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ракҡа ҡаршы диетаны ла Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы юҡтан ғына уйлап сығармаған

Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкова нимәләр кәңәш итә, сайтта уҡығыҙ... 

Белеме буйынса педагог булған Зәүхиә Низамиева- Ҡәҙербәкованың мәғәнәле һүҙҙәренә һәм дөрөҫ фекерләүенә иҫең китерлек! Рактың былай киң таралыуына ла уның үҙ ҡарашы ошолайыраҡ:
– Беренсенән, билдәһеҙ, сифаты түбән ризыҡ ашап организмдың сирҙәргә ҡаршы тороу көсөн кәметтек, ағыулап, ҡанға ла, тәнгә лә файҙаһыҙ матдә тултырҙыҡ. Икенсенән, кейгән кейемдәрҙең һәм уйнаған уйынсыҡтарҙың, өйҙәрҙе биләп алған техниканың, мебелдең һәм башҡа әйберҙәрҙең зыян кимәле йәки сифаты күп осраҡта ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Беҙ алданырға теләгәс, рәхәтләнеп алдайҙар. Ипотека, кредит түләйһе бар тип даими рәүештә стресс йоғонтоһонда йәшәйбеҙ. Өсөнсөнән, шуларҙың һөҙөмтәһе булараҡ беҙ эстән сырхаулана, көсһөҙләнә, хәлһеҙләнә, дөрөҫөн генә әйткәндә, серей барабыҙ. Күпләп. Бындай йәшәү рәүеше ата- бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға күсеп килгән көслө гендарҙы ла бөтөрә, тип уйлайым. Ғорурланып, беҙ көслө, ныҡлы тоҡомдан, беҙҙең ҡартайҙар оҙон ғүмерле, беҙ ҙә шундай тоҡомдан тип һөйләй алырбыҙ микән? Былар янына насар экология ла килеп ҡушылғас, рак рәхәтләнеп ҡалҡып сыҡты.
Был сир беҙҙе үлтерәме, әллә беҙҙең үҙебеҙҙең организмдың аҡыл, физик, рухи, энергетик мөмкинлектәрен белмәү, уның беҙҙән ниндәй дауа көткәнен белмәү бөтөрәме? Минең фекеремсә, рак иммунитеты ҡаҡшаған, кәмегән, уның торғонлоҡ (застой) булған ерендә генә ҡалҡа. Мин иммунитет һүҙе аҫтында күңел байлығын да, яҡшы һыҙаттарҙы ла, рухи байлыҡты ла, физик ныҡлыҡты ла күҙаллайым. Ә организмды көн дә дөрөҫ ашау, эсеү юлы менән нығытып тороу, ашҡаҙанға теләһә ниндәй серетә торған ризыҡ ташламау – иң мөһиме. Ә һәр көн психологик, рухи, физик яҡтан көсәйтелеп торған организмда ул сир барлыҡҡа килеү шарты ныҡ кәмей. Ул диагноз ҡуйылған кеше иһә юғалып ҡала, бәргеләнә- өҙгөләнә башлай, башына насар уйҙар ғына килә. Бына ошо ваҡытта кешенең ниндәй ҡарарға килеүе бик мөһим. Бары тик тиҙерәк химиотерапия, нурланыш алыу, операцияға ятыумы, әллә, киреһенсә, үҙеңде ошо көнгә килтереп еткергән юлдан тиҙерәк сығыумы? Ә был сир килгән организм процедураларҙы күтәрерлек халәттәме, юҡмы? Улар уның һуңғы көсөн алмаймы? Ул һуңынан аяҡҡа баҫып китергә көс табырмы? Әгәр ҙә кешенең был афәт менән көрәшергә көсө, хәле ҡалмаһа? Тимәк, иң беренсе кешегә тәненә был сирҙе килтереп сығарған сәбәптәрҙән ҡкотолорға кәрәк. Организмды сирләткән психологик, рухи, ашау сәбәптәрен бөтөрөргә кирәк. Әгәр ҙә бер нимә лә үҙгәрмәһә, сир китерме? Юҡ!
Ғөмүмән, Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы ракты иммунитетҡа тулыһынса бәйле ауырыу тип һанай. Эстәге паразиттар, вирустар, беҙгә кәрәк булмаған микроорганизмдар, бактериялар ҙа туранан-тура рак күҙәнәктәренең ҡалҡыуына бәйле булғанын бик күп ғалимдар күптән дәлилләгән. Көрәште лә иң элек иммунитетты күтәреүҙән, организмды эстән таҙартыуҙан, тиҙерәк сәбәптәрен бөтөрөүҙән башларға кәрәк икән.
– Рак менән ауырыусыларға медицина ярҙамынан тыш, рухи, әхлаҡи, психологик һәм физик ярҙам да мәслихәт, – ти ул. – Кеше организмы тулыһынса насар энергиянан да, психологик торғонлоҡтан да арынырға тейеш иң элек. Бер ваҡыт яныма яман шеш арҡаһында аналығын алдырған ҡатын килде. Әсәйенә ғүмере буйы үпкәләп йәшәгәнлеге асыҡланды. Быны үҙенә аңлатҡас, ҡысҡырып илап ебәрҙе. “Рәхмәт, апай, нисә йыл ғәфү итә алмайынса йәшәгән инем”, – тине. Ундай ауыр йөгө булған кешене препарат ҡына дауалай алмай шул. Күп кенә ауырыуҙарҙан ҡотолоу өсөн эстәге үпкәләрҙе бөтөрөргә кәрәк.
– Насар энергия тупланғанлыҡтан да рактың килеп сығыуын инде сит ил ғалимдары ла иҫбатланы бит. – Зәүхиә ханым онкологик үҙәктәрҙең саф һыулы, саф һауалы, матур тәбиғәт ҡосағында, ҡалаларҙан ситтәге урындарҙа төҙөлһә, ауырыуҙар тиҙерәк һәм күберәк аяҡҡа баҫыр ине, ти. – Бындай дауалау комплекстарында ауырыуҙарға психологик ярҙам менән бер рәттән дин әһелдәренең ярҙамы ла бик урынлы булыр. Шулай Әҙәм заты эстәге хис-кисерештәренән, асыуҙарынан, үпкәләренән, кәрәкмәгән рәнйештәренән арыныр ине. Күңел ауырлығы иң ҙур ауырлыҡ бит ул. Унан ҡотолған кешенән сир ҙә тиҙ китә. Шулай уҡ ундай урындарҙа төрлө тренингтар, күңел асыу саралары ла үткәрелһә, кеше үлем хаҡында түгел, ә йәшәү тураһында уйлар. Тиҙерәк һауығыр. Хатта мин кешеләрҙе был сирҙе тормошомдағы хаталарымды төҙәтергә, тағы ла юғарыраҡ сифатта йәшәй башларға тигән саҡырыу итеп ҡабул итергә лә өйрәтәм. Эсендә, ҡан юлында, күңел түрҙәрендә, аҡылында йыйылған торғонлоҡтан сығыу юлы тип.
Ғәҙәттә, рак диагнозын ишеткәс, кешене ҡурҡыу хисе биләп ала. Шунда уҡ күптәр үлем хаҡында уйлана башлай. Әммә бында ауырыу иң элек, ни өсөн миңә был сир килде, тип уйланырға тейеш. Тимәк, ул ҡайҙалыр яңлышлыҡ ебәргән, дөрөҫ йәшәмәгән, туҡланмаған, уйламаған. Үҙемдең пациенттарыма ла иң элек йәшәү рәүештәрен тамырҙан үҙгәртергә ҡушам. Уҙған ғүмерҙе киҫәктәргә бүлеп, тулыһынса йәшәйешеңә анализ яһарға тейешһең. Көнсөллөк, үтәй алмаҫлыҡ бурыстар, күңел төшөнкөлөгө, рәнйеү, дөрөҫ туҡланмау һ.б. – яман шештең иң яҡын дуҫтары ул.
Ҡағиҙәһе – ябай, сихәте – көслө
Ракҡа ҡаршы диетаны ла Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы юҡтан ғына уйлап сығармаған. Ҙур ҡалаларҙа, бигерәк тә сит илдәрҙә ябай ризыҡтар һәм тәбиғәт ысулдары менән кешеләрҙе ҡатмарлы сирҙәрҙән дауалай торған шәхестәр әле лә бар. Меңләгән кешеләр терелеп сыҡҡан улар ҡулынан. Бөгөнгө көндә уның үҙенә лә мөрәжәғәт итеп, уның кәңәштәрен тотҡан көслө ауырыуҙарҙы еңеп сыҡҡан, шулай уҡ ракты ла, кешеләр бихисап. Был дауалау методикаларының дөрөҫлөгө инде күп тапҡырҙар дәлилләнгән.

 

Аҡ сәскә (ромашка), меңъяпраҡ һәм әрем – был сирҙәргә ҡаршы көслө үләндәр һанала. Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы уларҙы һәр көн аҙ-аҙлап ҡулланырға кәңәш итә. Киптерелгән ярты ҡалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу һалып төнәтергә кәрәк, ти ул. 15 минуттан әҙер. Самаһын белеп эсһәң, артыҡ булмай. Ә файҙаһы...

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: