Урыҫса "чага", йәки беҙҙеңсә "ҡыу", "ҡайын ороһо" – ҡайын олононда үҫеүсе ҡара төҫтәге бәшмәктең файҙаһы ҙур.
Халыҡ медицинаһында ҡыуҙан әҙерләнгән төнәтмәне ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуҙарынан ҡулланыу кәңәш ителә. Кипкән ҡыу бик ҡаты була, шуға күрә бер киҫәген тәүҙә һалҡын һыуҙа 3-5 сәғәт ебетергә, шунан ваҡларға кәрәк.
Ит турағыс аша үткәрергә мөмкин. Үрҙә әйтелгән ауырыуҙарҙан төнәтмә әҙерләгәндә ваҡланған ҡыуҙы 1 литр 45-50 градуслы ҡайнатылған һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 2 тәүлек тоторға. Төнәтмәне көнөнә 5-6 тапҡыр, ашарҙан 30 минут алда ярты стакан эсергә.
Был рәүешле дауаланғанда ҡаҡланған, тоҙланған, ҡурылған ашамлыҡ, консервалар ашау, борос-гәрсис ҡулланыу, спиртлы эсемлектәр эсеү тыйыла. Ит-май сикләнһен. Нигеҙҙә, һөт һәм йәшелсә ашы менән генә туҡланыу кәңәш ителә. Ҡыу ярҙамында дауаланғанда пеницилин антибиотигын, глюкоза шәкәрен ҡаҙатырға ярамай.