Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улар артериаль ҡан баҫымын төшөрә, тромбты кисектерә, холестеринды кәметә

Тикубырсыҡтарҙы йыйғас оҙаҡ һаҡларға ярамай. Тиҙ арала төнәтмә эшләһәң яҡшыраҡ булыр.

Улар артериаль ҡан баҫымын төшөрә, тромбты кисектерә, холестеринды кәметә
Улар артериаль ҡан баҫымын төшөрә, тромбты кисектерә, холестеринды кәметә

Уның өсөн 10 ҡарағай тубырсығын ваҡларға һәм 50 мл 70 % спирт ҡойорға һәм ныҡ итеп ябып, 2 аҙна ҡараңғы урынға бүлмә температураһында ултыртып ҡуйырға. Көн һайын яҡшы итеп болғап торорға. Ике аҙна үткәс һөҙөргә һәм икенсе һауытҡа ҡойоп һаҡларға. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 15 минут алда 1 аш ҡалағы эсергә.
Тағы ла бер ысул. Был рецепты эшләр өсөн үлсәме 4 см. артмаған, ҡаты булмаған, йәш, йәшел тубырсыҡтар алына. 1 литрлыҡ банкыға тултырылған тубырсыҡтарға 400 мл. шыйыҡ бал ҡушырға һәм 4 ай самаһы төнәтергә кәрәк. Көн һайын болғап торорға. Ошо арауыҡ эсендә тубырсыҡтар үҙҙәренең кәрәкле матдәләрен тулыһынса балға бирәсәк. Был файҙалы балды көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 15 минут алда 1 аш ҡалағы ашарға кәңәш ителә.

Шуныһын иҫегеҙҙән сығармағыҙ: халыҡ дауаларын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Сөнки артыҡ самаһыҙ, йыш ҡулланғанда баш ауыртыу, ҡоҫоу, эс китеү, ҡысыныу кеүек һаулыҡ өсөн кире эҙемтәләр күҙәтелеүе мөмкин. 60 йәштән ололарға, төрлө типтағы гепатит һәм бөйөр ауырыуҙары булғандарға тубырсыҡтан эшләнгән халыҡ дауаһын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.


Сығанаҡ: https://bashkizi.ru/articles/me-d-ber-k-sh/2021-06-24/fay-aly-tubyrsy-2394220 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: