Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Лимон, бал һәм имбирҙы бергә ҡушып әҙерләгән бик әсе ҡатнашма

Уны өйҙә ҡулланһағыҙ ғаиләгеҙҙе һалҡын тейеүҙән һаҡларһығыҙ.

Лимон, бал һәм имбирҙы бергә ҡушып әҙерләгән бик әсе ҡатнашма
Лимон, бал һәм имбирҙы бергә ҡушып әҙерләгән бик әсе ҡатнашма

Кәрәкле массаны әҙерләү өсөн:
– 150-200 гр. имбир;
– 3 шт. лимон;
– 150-200 гр. бал алығыҙ.
Имбирҙың тышын әрсегеҙ, лимонды ла әрҙегәндән һуң һөйәктәрен таҙалағыҙ. Һуңынан уларҙы ит үткәргес аша үткәрегеҙ, йә булмаһа блендер менән иҙығыҙ.
Шунан һуң бал өҫтәгеҙ һәм яҡшы итеп болғатығыҙ. Әҙерләнгән был ҡатнашма бик әскелтем килеп сығасаҡ. Шуның өсөн дә уның файҙаһы бик көслө.
Ҡулланығыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: