-3 °С
Ҡар
Укроп орлоғон халыҡ медицинаһында күп кенә ауырыуҙы дауалауҙа уңышлы файҙаланалар.
Мәҫәлән, бөйөрҙә таш булғанда – бәүел ҡыуҙырыу, һалҡын тейгәндә һәм йүтәлдән ҡаҡырыҡ сығарыу сараһы булараҡ тәҡдим итәләр.
Бала имеҙеүсе ҡатындарға укроп орлоғо төнәтмәһе һөт өҫтәй, ә кескәй сабыйҙарға эс ҡабарыуҙан һәм ауыртыуҙан ярҙам итә.
Конъюнктивит, ирит кеүек күҙ ауырыуҙарын күҙҙе укроп төнәтмәһе менән сайҡатып дауалайҙар. Әммә түбән ҡан баҫымы менән яфаланыусы кешеләргә уның төнтәмәһен эсергә кәңәш ителмәй.