Ауыл уттары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә

Һыуыҡ көндә урамда оҙаҡ йөрөһәң, өшөргә мөмкин. Ә ныҡ түбән температурала туңырға ла була.

Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә
Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә

Зыян күреүсегә нисек ярҙам итергә?

- Уны һалҡын кейемде сисергә мөмкин булған һәм дымлы йылы бүлмәгә алып керегеҙ.

- Зыян күреүсегә ҡоро әйбер кейҙерегеҙ йәки одеялға төрөгөҙ.

- Туңған ағзаларын таҙа ҡулығыҙ менән һаҡ ҡына ышҡығыҙ.

- Кешене яйлап – кәүҙә, муйын, ҡултыҡ аҫты һәм сандыр тирәләрен йылытығыҙ.

- Әгәр зыян күреүсе аңында булһа, уға әҙ-әҙләп йылы эсемлек бирегеҙ.

- Аңын юғалтһа, ашығыс ярҙам саҡырығыҙ. Унан һуң зыян күреүсене сисендерегеҙ һәм одеялға төрөгөҙ, уның тын алышын һәм йөрәк тибешен контролдә тотоғоҙ.

 

Кеше өшөгән ваҡытта һәм туңғанда тәүге стадияла ғына үҙ аллы ярҙам итергә мөмкин. Икенсе стадияла, йәғни тирелә ҡанлы ҡыуыҡтар барлыҡҡа килгәндә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Нимә эшләргә ярамай?

- Туңған урындарҙы ҡар менән ышҡырға ярамай – капиллярҙарҙы зарарларға һәм тирелә бәләкәй яралар ҡалдырырға мөмкин.

- Аяҡ-ҡулды эҫе һыуҙа йәки ут янында тиҙ арала йылытырға ярамай – был осраҡта тромбтар барлыҡҡа килә, туҡымаларҙың тарҡалыу процесы көсәйә

- Майҙар, маздәр һәм кремдар ҡулланыу тыйыла.

- Алкоголь эсергә ярамай, сөнки тәүҙә ул ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, әммә ваҡыт үтеү менән улар ҡабаттан ҡыҫыла. Өҫтәүенә, спиртлы эсемлектәр йылытмай.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: