Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Һаулығың – байлығың
15 Апрель 2025, 10:16

Әрем ярҙамы менән таҙарынабыҙ

Кипкән әремде ҡул менән ыуалап, иләк аша үткәрергә һәм ҡоро килеш йоторға мөмкин. Ә иләнмәй ҡалғанынан тамаҡты сайҡатыу өсөн төнәтмә әҙерләргә мөмкин. 

Әрем ярҙамы менән таҙарынабыҙӘрем ярҙамы менән таҙарынабыҙ
Әрем ярҙамы менән таҙарынабыҙ

Кипкән әремде ҡул менән ыуалап, иләк аша үткәрергә һәм ҡоро килеш йоторға мөмкин. Ә иләнмәй ҡалғанынан клизма эшләү, күҙгә, ҡолаҡҡа тамыҙыу, тамаҡты сайҡатыу өсөн төнәтмә әҙерләргә мөмкин. Әрем менән дауаланыу курсы – 7 көн. Бер курсҡа 100 г кипкән үлән етә.


Тәүге өс көнөндә 2 – 2,5 сәғәт һайын бер семтем кипкән әремде ауыҙға һалып, һыу ҡушып йоторға. Артабан 4 көн буйы көнөнә 5 – 6 тапҡыр шул уҡ күләмдә ҡулланырға кәрәк.

Таҙарыныу процесына тотош организм йәлеп ителә. Иң мөһиме – уны 2,5 сәғәт һайын ҡабатларға онотмағыҙ. Төндә организм ял итергә тейеш. Ете көн дауамында ҡаты диета тоторға. Күп нәмәнән баш тартырға тура киләсәк: бөтә төр иттән, балыҡтан, майҙан, колбасанан, һөт аҙыҡтарынан, йомортҡанан, кондитер изделиеларынан. Тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр ҙә тыйыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас