

Япрағы.
Йәшел,матур япраҡтарын йыйып ҡайтаһың да һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуяһың. Ваҡытығыҙ булмайынса берәр сәғәт артып китһә лә ташламағыҙ,улай ҙа ярай.Һелкеп һыуын төшөрәһең дә эшкә тотонаһың. Ҡаты, ҡалын ботактарынан йомшаҡ яфраҡтарын һыҙырып, аралап алаһың да,йә иттартҡыстан уткәреп,йә вак итеп турап япраҡ ботҡаһы яһайбыҙ.Кемдә соҡ сығарғыс бар шунан сығарабыҙ,әммә күп һалмайбыҙ.Күп итеп тутырмайбыҙ.Әҙләп һалып сығарабыҙ.Сок һыуытҡыста 3-4 көн тора ала.Артығын яһамайбыҙ.Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә,туңдырабыҙ,50 – 50 спирт йәки бал менән бутайбыҙ.Кемдә сок сығарғыс юҡ, ҡул менән һығабыҙ. Иттартҡыстан сығарғас, йәшел үлән ботҡаһы барлыҡҡа килә бит инде.Шуға бер бармаҡ өҫкә сығырлыҡ итеп һалҡын шишмә һыуы ҡоябыҙ, бутайбыҙ. Шунан әҙләп һалып ике ҡат марля аша һығабыҙ.Мөмкин һыу ҡушмайынса концентрированный һут һығырға.
Нисек ҡулланырға? Һыу ҡушып әҙерләгәнен, ашар алдынан 30 минут ҡала бер аш калағы ярты стакан һыуға һалып эсә, көнгә өс тапҡыр башлайбыҙ. Ә концентрированныйын бер сәй ҡалағы. Был башланғыс самаһы була, шунан бер -ике аҙнанан арттырырға була, ике - өс ҡалаҡҡа хәтле. Балаларға бер сәй ҡалағынан башлайбыҙ.Профилактика өсөн дә,дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп.Көслө сирең булған да икешәр - өсәр ҡалаҡ эсһәң дә була.Кемдер эсеп ҡарар ҙа ташлар.Тәмле ашарға өйрәнгән организм ҡаршы килә башлар.”Әсене эсмә,”- тейер.Бигерәк тә ҡорттар бунт ойошторор.Ә аҡыл кәрәк тейер.Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ.Ә бер ике атнанан бөйөрҙәге таштар эрей башлар,бауырҙан,үт ҡыуығынан торғонлоҡ китер,ашҡаҙаны сәғәт һымаҡ эшләй башлар.Эсәктәрҙә беҙҙе көнө - төнө кимергән паразиттарға,бактерияларға көн бөтөр.Тиҙ генә беҙҙе ташлап һыпыртырҙар.Әсеһенә улар сыҙамай.Организм көс йыя.Сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә.Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины хәтәр күп. Йәй буйы эсеп,көҙ тәнегеҙҙән,ағзаларығыҙҙан бер сирҙә тапмаһалар дегәнәккә барып баш эйергә,рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Минем практикала, нисә йылдар дауалана алмаған кешеләр гепатиттан, бауыр рагынан, бауырҙағы метастаздарҙан, ашҡаҙан сирҙәренән, миоманан ҡотолдолар. Эсеү ваҡыты индивидуаль.Кемдер ике атна эсә, ике атна ял итә. Кемдер ай эсә, ай ял итә.
Япраҡтары ғына үҙҙәре генә лә ғәләмәт шифалы. Хатта ревматизм,артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенүҙәре билгеле.Япраҡтарын йылы яғы менән ауыртҡан быуындарға бәйләгәндәр.Өҫтөнән йылы туҡыма менән бәйләп ҡуйыу кәрәк. Япраҡтарын киптереп ҡыш көндәрендә лә иммунитетты күтәреү,тәнгә С витамины биреү өсөн дә ҡулланалар.Бына һиңә мә сүп үләне!!!
Орлоғо.Ә бына уның орлыҡтарынан май яһайҙар.Ул майҙы яраларға,ауыртҡан быуындарға һөртәләр.
Тамыры. Тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур.Дегәнәк тамыры үҙе бер аптека!!! Сентябрь - октябрь айҙарында тамырын ҡаҙып алып ерен һелкеп төшерәһең,һалҡын һыуҙа йыуып,тышын таҙартаһың.Шунан ҡояш төшмәй торған,елләп торған ерҙә киптерәһең. Ул тамырҙа нимә генә юҡ - смола, эфир майҙары, В группаһы витаминдары, протеин, тимер, бор, калий, марганец, цинк. Ә уның составындағы алкалоид нәҡ бына рак клеткаларын үҫеүҙән туҡтата, уларҙы юҡ итә. Ә бына ҡанды һәм лимфа системаһын таҙартып ,, ундағы ялҡынһыныуға ҡаршы тороу көсө мине бик ҡыҙыҡһындыра. Был бит бик шәп. Эс ҡатыуҙан файҙалы, бауыр һәм бөйөрҙө таҙарта, эсәктәрҙең файҙалы микрофлораһын тәэмин итә, ҡандың диабет сире ваҡытында шәкәрен кәметә. Ә бына уның составында калийҙең күп булыуы мейе эшсәнлеген яҡшырта, хәтерҙе һәйбәтләтә. Бөгөнгө көндә йөрәк тамырҙарҙың тарайыуы, ҡыҫылыуы арҡаһында бик күп сирҙәр интектерә кешеләрҙе. Ә бына дегәнәк тамыры тамырҙарҙы таҙартып тороу көсөнә эйә, ул сосудтарҙы эластичный яһай. Иң оптималь төнәтмә яһау өсөн әҙер ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең. Көнгә икегә бүлеп ашар алдынан утыҙ минут ҡала тәмләп эсәһең. Хатта рак сиренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп метастаздарҙан ҡотолған, тырышһа был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоусылар бар.
Афарин дегәнәккә! - ти Зәүхиә апай Низамиева.
Сығанаҡ: мәғлүмәт Зәүхиә Низамиеваның шәхси битләүенән алынды https://vk.com/id314712617