Ауыл уттары
+21 °С
Болотло

Тубыҡтар һыҙлағанда ошо ҡатнашма ярҙам итә

Был шифалы ҡатнашма бер-береһенең шифалы үҙенсәлектәрен көсәйтеп ебәрә.

Тубыҡтар һыҙлағанда ошо ҡатнашма ярҙам итәТубыҡтар һыҙлағанда ошо ҡатнашма ярҙам итә
Тубыҡтар һыҙлағанда ошо ҡатнашма ярҙам итә

Кәрәк буласаҡ:

етен орлоғо – 60 г

кунжут орлоғо - 40 г

ҡабаҡ орлоғо – 40 г

желатин (һыйыр һеңеренән әҙерләнгәне) – бер ҡалаҡ

йөҙөм - 50 г (дүрт ҡалаҡ)

бал – 200 г.

Тәүҙә етен, кунжут, ҡабаҡ орлоҡтарын блендерҙа ваҡлайбыҙ, желатин, йөҙөм, балды ҡушып, тағы 30-60 секунд өйрөлтәбеҙ. Бик шифалы ҡатнашма килеп сыға. Уны быяла банкала һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Көнөнә берәр ҡалаҡлап иртәнге аштан алда ҡабул итергә.

Был ҡатнашма быуындар һыҙлағанда, аяҡтар ауыртҡанда ярҙам итә, һөйәкте нығыта.

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2024-12-26/tuby-tar-y-la-anda-yar-am-it-4068508 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас