Бөтә яңылыҡтар

Дарыу әҙерләү өсөн яңы өҙөп алынған япраҡты ит үткәргес аша үткәрергә кәрәк

Ә һутын һығып алаһың.

Дарыу әҙерләү өсөн яңы өҙөп алынған япраҡты ит үткәргес аша үткәрергә кәрәк
Дарыу әҙерләү өсөн яңы өҙөп алынған япраҡты ит үткәргес аша үткәрергә кәрәк

Дарыу әҙерләү өсөн яңы өҙөп алынған япрағын ит үткәргес аша үткәреп, һутын һығып алаһың. Тик уны өс көндән дә артыҡ һаҡлап булмай, шуға, яңыртып торорға кәрәк. Дегәнәк һуты менән балды, бергә - бер миҡдарҙа ҡушып, һыуытҡыста һаҡлап була. Шулай уҡ, баллы дегәнәк һутына спирт ҡушырға мөмкин. Был осраҡта спирт дөйөм күләмдең 8 - 10% тәшкил итергә тейеш. Аш ҡалағы менән көнөнә өс тапҡыр өс ай дауамында эсергә.
Ҡышҡылыҡҡа иһә туңдырып һаҡлайҙар. Бының өсөн магазиндарҙа боҙ туңдырыр өсөн һатылған махсус пакетиктар уңай.

Дегәнәк һутын тәүге ике көндә ике тапҡыр – иртәле-кисле берәр балғалаҡ эсергә, тағы ике көн - көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ, артабан иһә көнөнә өсәр тапҡыр өсәр ҡалаҡ (аш ҡалағы) эсергә кәрәк. Дауаланыу курсы – бер ай.
Кипкән тамырын һәм япрағын он хәленә тиклем ваҡлап, көнөнә өс тапҡыр бер бал ҡалағы ҡабул итәләр.


Тамырынан төнәтмә әҙерләү: 10 г тамырға бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға, шуны өс-дүрткә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә кәрәк.
Баҡсала эшләгәндә яулыҡ эсенә ҙур япрағын ҡуйып ҡояштан һаҡланам. Ауыртҡан быуындарға баҫып бәйләргә була. Йүткеректәндә япраҡҡа бал һөртөп, тушкә компресс эшләйҙәр.
Шифалы тиһәк тә, был үлән бөтә кешегә лә килешмәй. Ҡайһы бер төр йөрәк ауырыуҙары менән ауырығандарға, дегәнәккә аллергия булғандарға, бәләкәй балаларға, ауырлы ҡатындарға ҡулланыу тыйыла.

Сығанаҡ: https://moradim.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/2024-06-20/deg-n-k-k-p-sir-r-n-daua-3815559 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас