Бөтә яңылыҡтар

Шифалы айран

Айран – башҡорт аш-һыуында һыуһын ҡандырыусы традицион эсемлек булараҡ билдәле. Башҡортостандың көнбайышында, көньяғында һәм көнсығышында май бешкәндә айырылып сыҡҡан әскелтем шыйыҡлыҡты ла айран (май айраны) тип йөрөтәләр. Төрлө телдәрҙә һәм төрлө халыҡта айрандың атамаһы һәм әҙерләү технологияһы айырыла, әммә уның әсе һөт бактерияһынан эшләнгән һөт продукты булыуы дөйөм булып тора.

Шифалы айран
Шифалы айран

Йомағужа ауылында йәшәүсе Зөһрә Мөҡим ҡыҙы Ғәниева әҙерләгән айран - иң тәмле айран тип әйтер инек. Оҫтабикәнең айран эшләүенең сере ниҙә икәнлеген, гәзит уҡыусыларыбыҙ менән дә бүлешеүен һораныҡ.

– Ни тиһәң дә һәр хужабикәнең айраны үҙенсә тәмле инде. Мин айранды һәр ваҡыт атайым (мәрхүм) яратҡанса йәш ҡороттан эшләйем. Түңгәүерҙәр шулай эшләгән, ҡатыҡ менән эшләнгән айранға ҡарағанда эсеүгә күпкә йомшаҡ. Рецебы уның ябай: яңы ҡайнатылған ҡороттоң эркет һыуын һарҡытып алып, шыйыҡ йәш ҡороттоң массаһын өс литрлы банкаға һалып ултыртабыҙ (һыуытҡыста йәки булмаһа һалҡын урында һаҡларға була). Айранға ошо йәш ҡоротто ҡулланабыҙ. Айран эшләү өсөн 0,5-0,7 банка йәш ҡоротҡа тәменә ҡарап 1,5-2 литр һалҡын һыу (мин ҡайын һутын ҡулланам: алдан туңдырғыстан алып, иретеп ҡуям) өҫтәп, саҡ ҡына тоҙ һалам. Айраныбыҙ әҙер! – тип ихлас күңелдән һөйләп бирҙе Зөһрә апай, үҙенең айран эшләү серҙәре тураһында.

Экологик яҡтан таҙа ла, шифалы ла, тәмле лә милли аш-һыуҙарыбыҙҙы онотмайыҡ. Бәлки, киләсәк быуындың ҡоростай сәләмәт, ныҡлы булыуына нәҡ улар булышлыҡ итер.

Автор: Айсылу Тулябаева
Читайте нас