«Сәләмәтлек поездары» белгестәре тарафынан онкологик ауырыуҙар, ҡандағы шәкәр диабеты, туберкулез һәм юғары ҡан баҫымы менән 4 меңдән ашыу шик асыҡланды.
«Быйылғы йылда бик яҡшы эшләнек. Дөйөм һөҙөмтәләр кәңәшмәлә тәҡдим ителәсәк», – ти Айрат Рәхмәтуллин.
2025 йылда беҙҙең Йылайыр районында «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә Сибай ҡала дауаханаһының күсмә маммографы һәм Йылайыр үҙәк район дауаханаһының күсмә ФАП-ы составындағы автопоезд менән ун ауыл: Юлдыбай, Ҡашҡар, Бәрҙәш, Йомағужа, Һабыр, Иван-Ҡыуалат, Кананикольск, Ҡыҙҙар-Биргән, Матрай һәм Яманһаҙ ауылдары халҡы күсмә тикшереүҙәр үтте, уларға тейешле ярҙам күрһәтелде.
Ҡабул итеүҙе үҙәк район дауаханаһы табиптары үткәрҙе: терапевт, невролог, онколог, акушер-гинеколог, стоматолог, педиатр, УЗИ тикшеренеү, күсмә ФАП фельдшеры.
Акция барышында ауыл халҡы белгестәр менән кәңәшләшеү, медицина тикшереүе, ололарҙы диспансерлаштырыу үтеү һәм беренсел медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Автопоезд эшләгән бөтә осорҙа 2547 кеше ҡабул ителгән. Мөрәжәғәт итеүселәрҙән 42 кешелә ҡандағы глюкозаның юғары кимәле, 61 кешелә холестериндың юғары булыуы, 158 кешелә артериаль ҡан баҫымының юғары икәнлеге асыҡланған. Маммографияны 389 кеше үткөн. Шуның 119-нда ауырыуҙар тәүге тапҡыр асыҡланған.
Социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙан өс осраҡта ҡандағы шәкәр диабеты, 8 йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы һәм башҡа бер нисә ауырыу, күпләп асылған сирҙәрҙән эшкә яраҡлы йәштәгеләрҙә – 81, эшкә яраҡлы йәштән өлкәнерәктәрҙә 38 билдәләнгән. Тикшереүҙәргә ярашлы бөтә пациенттарға ла дауалау тәғәйенләнгән һәм өҫтәмә тикшереүгә йүнәлтмәләр бирелгән.
«Һау республика – һау төбәк» акцияһы йылдан-йыл, бигерәк тә ауыл халҡы араһында популярлыҡ яулай һәм бик кәрәк. Ул үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы һәм төбәк етәкселеге, медицина берләшмәһе, республика халҡы тарафынан әүҙем хуплана.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡын арала табиптар менән осрашырға, уларҙы эштәре өсөн рәхмәт белдерергә һәм улар менән төбәк халҡының һаулығын яҡшыртыу мәсьәләһен тикшерергә ниәтләй. Тимәк, был йүнәлештә эш дауам итәсәк, һәм был оптимизм өҫтәй.
Фотолар Йылайыр үҙәк дауаханаһы сайтынан алынды.