Башҡортостанда дөйөм белем биреү учреждениеларында 255 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 88-е – Өфө ҡалаһында. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, 2019–2023 йылдарҙа “Ҡанатлан!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса 110 мәктәп стоматология кабинеты асылды. 2024-2025 йылдарҙа дөйөм белем биреү учреждениеларында 24 стоматология кабинеты яңыртылды.
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
“Үҫеп килеүсе быуындың һаулығы беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өҫтөнлөклө булып тора. Шуға күрә беҙ планлы рәүештә мәктәп медицинаһын үҫтерәбеҙ, стоматология кабинеттарын асабыҙ һәм яңыртабыҙ.
Республика мәктәптәрендә лицензиялы 584 медицина пункты, 233 табип-педиатр һәм урта медицина белемле 570 хеҙмәткәр эшләй. Медицина пункттары функцияһы кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүҙән алып сәләмәт йәшәү рәүеше күнекмәләрен формалаштырыуға тиклем бик күп бурыстарҙы үҙ эсенә ала. Һәм, әлбиттә, даими профилактик ҡарауҙар. 2025 йылдың 9 айында ғына уларҙы 430 363 уҡыусы үткән.
Мөһим йүнәлеш – стоматология. Һуңғы биш йылда “Сәләмәт йылмайыу!” модуле сиктәрендә 110 яңы стоматология кабинеты астыҡ. Бынан тыш, ике йыл эсендә 24 кабинетты яңырттыҡ. Республикала йәмғеһе 255 стоматология кабинеты эшләй, уларҙа педагогтар ҙа тештәрен дауалай ала. Уҡыу йылы башынан алып табиптар 27 109 баланы һәм 1 064 уҡытыусыны ҡараған.
Был эште дауам итәбеҙ. “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә 2028 йылға тиклем республика балалар поликлиникалары мәктәптәрҙә профилактик ҡарау өсөн 18 күсмә медицина комплексы аласаҡ. Шулай уҡ 500 һәм унан күберәк бала белем алған һәр мәктәптә заманса, матур биҙәлгән стоматология кабинеты булһын өсөн бурысты планға ярашлы хәл итәбеҙ”.
2020 йылда Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында тәүге стоматология кабинеты асылды. Белем усағында бындай мөмкинлек «Ҡанатлан!» республика проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле нигеҙендә булдырылды.
Ремонт яһалған кабинетта яңы ҡорамалдар ҡуйылған, стоматология ауырыуҙары менән мөрәжәғәт иткән балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтер өсөн бөтә шарттар булдырылған. Кабинет стоматология ҡулайламаһы, автоклав, инструменттарҙы стерилләү шкафы, бактерицид камера, бүлмәне дезинфекциялау өсөн бактерицид лампа, һыу дистилляторы һ.б. менән йыһазландырылған. Балаларға был бүлмәгә инеү ҡурҡыныс булмаһын өсөн республикала берҙәм дизайн уйланылған. Стеналарҙың береһе бал ҡортоноң кәрәҙе формаһында сағыу итеп биҙәлгән. Теш табибы булып 28 йыл стажы булған Зиннур Әмир улы Түләшев эшләй. Ул балаларҙы аҙнаның өс көнөндә: дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә ҡабул итә.
Баянһылыу Ҡаҙаҡҡолова, әсә:
Мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын булдырыу һәм яңыртыу буйынса республикала тормошҡа ашырылған проекттар уҡыусыларға сифатлы стоматология ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырыуға һәм Башҡортостандың йәш быуынында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға булышлыҡ итә.