Республиканың кардиология үҙәге үҙенең 45 йыллығын билдәләй

Элек был дауахана башҡаларынан бер нимәһе менән дә айырылмай ине. Әммә һуңғы йылдарҙа ул күҙгә күренеп үҙгәрҙе.

Элек был дауахана башҡаларынан бер нимәһе менән дә айырылмай ине. Әммә һуңғы йылдарҙа ул күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Заманса ҡорамалдар республика халҡының һаулығы һағына ҡуйылды. Хатта Башҡортостан башлығы кардиология үҙәген космос карабы менән сағыштыра.

Зөлфиә Лоҡманова Республика кардиология үҙәгендә 15 йылдан ашыу эндоскопист булып хеҙмәт итә. Паценттар был процедураға килергә ҡурҡа, әммә ошо ваҡыт арауығында һәр кешенең күңеленә юл табып, уларҙы тынысландырып үҙ эшемде башҡарам, тәжрибәмдә минең ҡул аҫтынан үткән бер пациент та был процедураны үтмәй ҡайтып китмәне. Әйткәндәй, Зөлфиә Әхмәҙи ҡыҙына Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеме бирелде.

Әлбиттә, төбәктең һаулыҡ һаҡлау ойошмалары йөрәк ҡан тамырҙары ауырыуҙары һанын кәметеү өҫтөндә эшләй. Башҡортостандың кардиоүҙәге «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһынан да ситтә ҡалмай. Башҡортостандың төрлө өлкәләрендә, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә белгестәр берҙәм команда булып эшләй. Был, үҙ сиратында, уңыш нигеҙе булып тора.

Бөгөн республиканың кардиология хеҙмәте үҫеш, юғары технологиялы операцияларҙың тулы спектрын башҡарыу өсөн бөтә кәрәкле ресурстарға эйә. 2013 йылдан алып 50-нән ашыу трансплантация үткәрелгән, йыл һайын 15-тән ашыу төр хирургик операция индерелә. Әлбиттә, яңы хирургия корпусы был эштә бик ныҡ ярҙам итә.

Кардиология үҙәгенең яңы бинаһында дөйөм алғанда 6 хирургия бүлеге һәм 2 операция блогы эшләп килә. Уларҙың һәр береһе заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Яңы бинала шулай уҡ диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлеге, поликлиника, реанимация блогы, рентген һәм кардиохирургия бүлексәләре урынлашҡан. Яңы хирургия корпусы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019-сы йылда төҙөлә башланы.

Тап бер йыл элек рәсми асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы ил президентына хирургия корпусының төбәктә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш системаһының тулы ябыҡ циклы формалашыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Байрам айҡанлы «Кардиология һәм кардиохирургия-мәсьәләгә берҙәм ҡараш» ғилми – ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Уның сиктәрендә йөрәк ҡан тамырҙары ауырыҙары буйынса сығыштар яңғыраны, табиптар дөйөм алғанда ил һәм атап әйткәндә республикала был өлкәлә ниндәй ҡаҙаныштар бар һәм яҡын киләсәктә хәл итергә кәрәк булған мәсьәләләр ҡуҙғатылды. Халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу ҙа мөһим маҡсаттарҙың береһе.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас