+11 °С
Ясно


Һолонан, йәки геркулестан әҙерләнгән эсемлек ҡандағы шәкәр кимәлен һәм холестеринды кәметә, ҡанды таҙарта, матдәләр алмашыныуға ярҙам итә, теш эмален нығыта, авитаминоз осоронда һәм ябығырға теләүселәр өсөн дә ярҙамы ҙур.
Уны әҙерләүе лә еңел генә.
3 литр һыуға 2 стакан һоло, йә булмаһа геркулес ярмаһын һалырға ла 30 минут ҡайнатырға һәм аҙаҡ һөҙөп алырға. Тәменсә шәкәр, 1 стакан магазин айраны һалырға кәрәк. 1,5 литр һоло һыуы сығырға тейеш. Шуны бер көндә эсеп бөтөргә кәрәк.
Ә икенсе көндә яңынан әҙерләйҙәр. Һоло һыуын көнөнә ике стакан тирәһе эсергә.
Бер аҙ ваҡыттан һуң организмда еңеллек, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр һиҙелә башлай.