Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Сентябрь 2021, 09:00

Сибайға инвестиция һабантуйына йырсы Валерия килә

Форум 10 сентябрҙә үтә.

Сибайға инвестиция һабантуйына йырсы Валерия килә
Сибайға инвестиция һабантуйына йырсы Валерия килә

Сибайҙа “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында танылған йырсы Валерия сығыш яһай. Форум 10 сентябрҙә үтә. Унда эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәрҙән тыш, мәҙәни программа ҡаралған. Майҙансыҡтарҙа сәнәғәт комплексы, ауыл хужалығы, эске туризм һәм иҡтисад үҫеше мәсьәләләренә арналған стретигик сессиялар үтә. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм музыка фестивалдәре ойошторола. Инвестиция һабантуйында Рәсәй дәүләт власы вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнаша. Мәҙәни-күңел асыу программаһы көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерияның сығышын киске сәғәт 10-да ҡарарға була. Тамаша бушлай ойошторола. Эпидемиологик хәлгә бәйле, һаҡланыу сараларын күреү мотлаҡ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: