Ауыл уттары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Сентябрь 2021, 09:51

Ярай әле урмансылар бар

“Йылайыр урмансылығы” дәүләт учреждениеһына ҡараусы Кананикольск участка урмансылығы Йылайыр районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Был хужалыҡ Бөрйән, Баймаҡ, Күгәрсен һәм Йылайыр урман хужалыҡтары менән сиктәш.

Ярай әле урмансылар бар
Ярай әле урмансылар бар

Урман — Ер йѳҙѳндәге иң ҙур хазина тип әйтһәк, һис кенә лә хата булмаҫ. Һулаған һауабыҙ сығанағы ла, йылытыусыбыҙ ҙа, туҡландырыусыбыҙ ҙа, күңелгә ял һәм сихәт биреүсе лә ул. Ләкин ҡайһы саҡ уның ҡәҙерен онотоп китәбеҙ. Рѳхсәтһеҙ ағас йығабыҙ, емеш йыябыҙ тигән булып, ҡыуаҡтарҙы һындырабыҙ, ял итергә сыҡҡанда сүп-сар ҡалдырабыҙ, усаҡ яғабыҙ ҙа һүндермәйбеҙ… Шулай итеп, оло байлығыбыҙҙы әрәм-шәрәм итәбеҙ, бысратабыҙ. Ярай әле урмансылар бар. Улар барыһын да күҙәтеү аҫтына алмаһа, урмандар менән ни булыр ине — әйтеүе ауыр.

“Йылайыр урмансылығы” дәүләт учреждениеһына ҡараусы Кананикольск участка урмансылығы Йылайыр районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Был хужалыҡ Бөрйән, Баймаҡ, Күгәрсен һәм Йылайыр урман хужалыҡтары менән сиктәш. Участкала 211243 гектар урман ерҙәре тәшкил итһә, улар Кесе Эйек, Күркәтау, Ҡана, Иван-Ҡыуалат тип аталған 4 кварталға бүленгән. Урманды киңәйтеү, уны һаҡлау маҡсаты менән йыл һайын участкаға ҡараған урман буйҙарында йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртыла.
Кананикольск ойошмаһында бөгөнгө көндә бөтәһе 10 хеҙмәткәр эшләй. Бында бик тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡараған коллектив тупланған. Урмандарҙы өҙлөкһөҙ һәм рациональ файҙаланыуға яуаплы инженер Тамара Михайловна Шаранова, ҡырҡылған һәм зыян күргән ағастарҙы тергеҙеү буйынса инженер Наталья Алексеевна Лукьянова, урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса инженер Елена Васильевна Лукьянова, урман ҡануниәте үтәлешен контролдә тотоусы урманды һаҡлау дәүләт инспекторы Екатерина Сергеевна Волкова, лесничийҙар Николай Васильевич Корольков, Сергей Геннадьевич Кутуков, Сергей Сергеевич Корольков, Анатолий Александрович Киричук, водитель Виктор Иванович Лукьянов үҙҙәренең эшенә бик яуаплы ҡарайҙар.
Эйе, тѳп бурыс – урманды һаҡлау. Шулай ҙа улар халыҡ менән дә эшләргә тейеш. Халыҡҡа бирелгән диләнкәләрҙең ҡырҡҡандан һуң таҙартылыуын контролдә тотоу ҙа уларға йөкмәтелгән. Ошондайыраҡ тейешле эштәрҙе еренә еткереп эшләү өсөн бик ҙур тәжрибәле урмансы булыу мотлаҡ. Әлбиттә, элекке урман эше системаһының яҡшыраҡ булыуы бөтәһенә лә билдәле. Әммә ни хәл итмәк кәрәк: замана менән закондар ҙа, талаптар ҙа үҙгәрә шул. Нисек кенә булмаһын, урманды һаҡларға, уны ҡурсаларға кәрәклеген халыҡ онотмаһын өсөн кешеләргә һәр ваҡыт мәғлүмәт, аңлатмалар биреп барыу кәрәк.
Был коллективта ла тәжрибәгә бай булған хеҙмәткәрҙәр эшләй, уларҙың эште аңлап, белеп хәл итеүе коллективтың берҙәм һәм татыу булыуын күрһәтә лә инде.
Бына ошондай коллективтар иңенә йәшел ҡалҡаныбыҙ ышанып тапшырылған да инде. Әммә оноторға ярамай: урман – ул беҙҙең дѳйѳм байлығыбыҙ. Уны бергәләп һаҡларға, ҡурсаларға бурыслыбыҙ.
Урман хеҙмәткәрҙәре байрамы көнө айҡанлы бөтә урмансыларға ауыр эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: