Ауыл уттары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Апрель 2022, 08:30

ҠОРОЛОҠ БУЛМАЙ, ТИП ТҮГЕЛ, Ә БУЛЫУЫ БИК ИХТИМАЛ, ТИП ЭШ ИТЕРГӘ КӘРӘК

Көньяҡ Урал өсөн ҡоролоҡ хәүефе быйыл да юғары, тигән фараз белдерә Агростраховкалаусыларҙың милли союзы (НСА).

ҠОРОЛОҠ БУЛМАЙ, ТИП ТҮГЕЛ, Ә БУЛЫУЫ БИК ИХТИМАЛ, ТИП ЭШ ИТЕРГӘ КӘРӘК
ҠОРОЛОҠ БУЛМАЙ, ТИП ТҮГЕЛ, Ә БУЛЫУЫ БИК ИХТИМАЛ, ТИП ЭШ ИТЕРГӘ КӘРӘК

Был зона көҙҙән үк тупраҡта дымдың әҙ булыуы менән айырылып торған. Ә ғинуар урталарынан март урталарына тиклем тупраҡтағы дым күрһәткесе уртаса кимәлгә ҡарата 5-10, ә ҡайһы бер райондарҙа 20 процентҡа тиклем кәмеүе күҙәтелгән.

НСА эксперттары билдәләүенсә, апрель башындағы ямғырҙар һәм ҡарҙың иреүе Волга буйы зонаһына һәм аҙыраҡ кимәлдә Урал төбәктәренә ыңғай йоғонто яһаһа ла, оҙаҡ йылдар ҡоролоҡ кисергән зоналарҙа үҫемлекселек ғәҙәттә метеошарттарҙың үҙгәреп тороуына тиҙерәк бирешә, шуға ла бында уңыштың һәләк булыу ихтималлығы юғары тип баһаланырға тейеш.

Бынан тыш, быйыл Үҙәк Азияла ҡоролоҡ буласағы күҙаллана. Яҡын ятҡанлыҡтан, уның йоғонтоһо Волга буйы һәм Уралдың көньяҡ һәм урта өлөштәренә лә ҡағылыуы ихтимал.

2021 йылда көслө ҡоролоҡҡа дусар булған Башҡортостанда сәсеүлектәрҙең 6 проценты ғына страховкаланған булған. Баҫыуҙарын дәүләт ярҙамында страховкалатҡан аграрийҙар һәләк булған уңыш өсөн 78 млн һумға яҡын страховка аҡсаһы алған. Ә йәмғеһе былтыр агростраховкаға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн 182,6 млн һум, шул иҫәптән үҫемлекселеккә 127,6 млн һум ҡаралған булған.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, аграрийҙарға үҙҙәренең аңын үҙгәртергә ваҡыт. Теләһә ниндәй һауа шарттарына әҙер булырға һәм дәүләттең ярҙамын файҙаланып, сәсеүлектәрҙе страховкалатып ҡуйырға кәрәк.

Фото: Василий КЛИМОВ.

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: