Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Апрель , 21:44

37 районда сәсеү эштәре башланды

Эштәр 12 апрелдә үк башланған икән.

37 районда сәсеү эштәре башланды
37 районда сәсеү эштәре башланды

Башҡортостанда төрлө климат зоналарындағы 37 район хужалыҡтары яҙғы культуралар сәсеүгә төшкән. Был бик һирәк күренеш, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, кәрешкә, көнбағыш, майлы етен, рапс, шәкәр сөгөлдөрө сәсәләр.

Әле йәмғеһе 46 мең гектар майҙанда яҙғы культуралар сәселгән.

Шишмә (4,5 мең гектар), Ҡырмыҫҡалы (4,1 мең гектар), Илеш (3,7 мең гектар) районы хужалыҡтары алда бара.

Яҙғы баҫыу эштәре быйыл бик иртә — 12 апрелдә үк башланды. Уҙған йылдың көҙөндә 80% иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоғо әҙерләнгән.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-04-25/v-bashkirii-posevnaya-idyot-vo-vseh-klimaticheskih-zonah-3741910 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: