Республикабыҙҙың ҡайһы төбәген генә алма, уңған ғаиләләрҙең күп булыуы һоҡландыра. Уларҙың емертеп донъя көтөүе, балаларына лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреүе матур күренеш.
Гәзитебеҙҙең 20-се һанында биш балаға ғүмер бүләк иткән, уларҙы ярҙамсы ла, эшһөйәр ҙә итеп үҫтергән ут күршеләребеҙ, Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында ғүмер кисереүсе Яхиндар тураһында мәҡәлә баҫылды.
Ғаилә башлығы Камил Әкрәм улы Яхин белеме буйынса иҡтисадсы. Күп кенә йылдар дауамында һайлаған һөнәре буйынса эшләһә, бөгөнгө көндә ул күптәргә шәхси эшҡыуар булараҡ таныш. Тормош иптәше Миңдинур Сәфәрғәле ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ул балаларға белем биреүсе һәм киләсәккә дөрөҫ юл күрһәтеп барыусы абруйлы остаз булыуы менән дан алған.
Йәш кенә саҡтарынан алып Яхиндар ғаиләһе үҙҙәренә бәхетле һәм етеш тормошта йәшәргә тигән маҡсат ҡуя һәм ниәт иткән уй-хыялдарына, пландарына ирешеү өсөн барыһын да эшләй. Тормош юлында ниндәй генә ҡаршылыҡтар, сетерекле мәсьәләләр килеп тыуһа ла, бер-береһенә терәк-таяныс булып, кәңәшләшеп, дуҫ һәм татыу йәшәй улар. Ауылдаштары, туғандары һәм коллегалары араһында ла ҙур абруй ҡаҙанған эшһөйәр пар егерме биш йылдан ашыу шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Алдараҡ ауылдаштары, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында йәшәүсе халыҡ өсөн кибеттәр асып, ун йыл дауамында көн дә кәрәкле тауарҙар менән һатыу итһәләр, һуңынан инде эре һәм ваҡ малдарҙы ишәйтеп ебәреп, ит, һөт, ҡорот, эремсек, ғөмүмән, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән ныҡлап булыша башлайҙар.
Үрге Таулыҡай ауылының үҙендә үк ныҡлы тамыр йәйгән “Фермер Зауралья” хужалығын документаль рәүештә рәсмиләштереп, әле улар шәхси эшҡыуарлыҡтарын киңәйтеү маҡсаты менән Әбйәлил районы Асҡар ауылында ла үҙ базаларын булдырған. Бар тырышлыҡтарын, бөтә ваҡыттарын да ошо өлкәлә эшләүгә бағышлаған Яхиндар райондаштарын ғына түгел, бөтә Урал аръяғы халҡын, шулай уҡ бына инде бер нисә йыл Өфө аръяғындағы алыҫ райондарҙы ла хеҙмәтләндерә башлағандар.
Биш балаһын да хеҙмәт һөйөүсән, һәр эштә өлгөр һәм тырыш булып йәшәргә өйрәткән Яхиндар ул һәм ҡыҙҙарынан бик уңған. Камил Әкрәм улы менән Миңдинур Сәфәрғәле ҡыҙының өс ҡыҙҙары ла юғары белем алып, әлеге мәлдә Өфө ҡалаһында уҡыйҙар һәм йәшәйҙәр. Оло ҡыҙҙары Гөлли үҫкән сағында уҡ эшҡыуарлыҡ һәм ойоштороу эше менән ҡыҙыҡһына, был шөғөлдөң бөтә нескәлектәренә төшөнөп буй еткерә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында ғәмәли математика һәм система программисы һөнәрен үҙләштерә. Был йүнәлештә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған Гөлли әле Яхиндарҙың ғаилә бизнесын киңәйтеү маҡсаты менән республика буйлап үҙҙәре алып барған фермерлыҡ продукцияһын һатыу һәм таратыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ хәҙерге заманда бик актуаль булған онлайн сауҙа менән булышырға ла өлгөрә ул. Икенсе ҡыҙҙары Шәүрә Башҡорт дәүләт аграр университетының биотехнология факультетында белем ала. Тағы ла бер ҡыҙҙары Мәҙинә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһының (БАГСУ) икенсе курсында уңышлы уҡып йөрөй. Улдары Ильяс та Башҡорт дәүләт университетының Транспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы эксплуатациялау факультетында белем ала. Ул да атаһының юлын һайлаған, шәхси эшҡыуар булып үҙенең такси хеҙмәтен булдырған, үҙ магазиндарын асып, һатыу менән дә шөғөлләнә. Иң кеселәре Иршат әле ата-әсәһе менән бергә йәшәй, ауылдағы урта мәктәптең һигеҙенсе класында белем ала.
Яхиндар ғаиләһе замана менән бергә атлай тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ, сөнки хәҙерге мәлдә ауылда йәшәүселәр генә түгел, хатта ҡала кешеләре лә ауыл продукцияһына өҫтөнлөк бирә. Таҙа, “ысын” тәбиғәттән алынған тәмле лә, файҙалы ла продукттарҙы бик тиҙ арала һатып ала.
Яхиндар бал ҡорттары менән сағыштырырлыҡ, эшсән, тырыш, берҙәм ғаилә, улар бөгөнгө көндә халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған эш менән шөғөлләнә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, “Фермер Зауралья” хужалығы миҙгел асылыу менән ҡошсолоҡ йүнәлешенә лә ҙур иғтибар бүлә. Март-апрель айҙарынан башлап ҡошсолоҡ фермаһы халыҡҡа тауыҡтарҙың да, һәр төрлө бройлер себештәренең дә, ҡаҙ һәм өйрәк бәпкәләренең дә ниндәйен генә тәҡдим итмәй. Бәғзе берәүҙәр бер-ике көнлөк һары йоморсаҡтарҙы һатып алһа, себештәрҙе үҫтерергә шарттары булмағандар уларҙың ҙурайтылғандарына өҫтөнлөк бирә, нисек кенә булмаһын, эшҡыуарҙарҙың даими клиенттары бер тауыштан: “Яхиндарҙан алған себеш-бәпкәләр тиҙ генә утыға, һә тигәнсе үҫеп тә китә”, – ти. Бүтәнсә булыуы ла мөмкин түгел, сөнки базаларҙа таҙалыҡ, температура режимы һәм елләтеү процестары тейешле кимәлдә күҙәтелә.
Бер һүҙ менән, Яхиндарҙың ғаилә бизнесена әүерелгән хеҙмәте менән халыҡ бик әүҙем ҡуллана.
Халыҡ өсөн эшләгән, көн-төн тип тормай һатып алыусыларының заказдарын ҡабул итеп, төрлө тарафтарға сығып сауҙа иткән был ғаиләгә беҙ артабан да уңыштар теләйбеҙ.