Билдәле булыуынса Йылайыр районы территорияһы хәүефле игенселек зонаһына инә. Был күптән ҡулланылышта булған термин һанала һәм ябай телдә ҡоролоҡтоң төп сәбәбе булған тәбиғәт факторҙары арҡаһында беҙҙең баҫыуҙарҙа лайыҡлы уңыш алыу бик ауырға тура килеүен аңлата. Шулай ҙа йыл яуым-төшөмгә мул булһа, тупраҡ, ер игенселәрҙе мотлаҡ уңышы менән ҡыуандыра тип билдәләй белгестәр. Был һүҙҙәрҙе быйылғы ямғырлы йәй өлөшләтә раҫланы ла инде.
Ошо көндәрҙә Илшат Илдус улы һәм Илфат Илшат улы Үтәшевтәрҙең ғаилә фермер хужалығында ла эштәр бик ҡыҙыу барҙы, улар урып-йыйыу эштәрен тамамланы. Һәр икмәк үҫтереүсе өсөн шатлыҡлы булған был ваҡиға менән редакциябыҙ хәбәрсеһе лә уртаҡлашып ҡайтты.
Үтәшевтәрҙең баҫыулығы Суртанүҙәк ауылы эргәһендә урынлашҡан. Уларҙың хужалыҡ эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше игенселек кенә түгел, улар шулай уҡ малсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Хәйер, был турала районда бик яҡшы беләләр. Шуның өсөн күпселек уңыш мал аҙығы булараҡ ҡулланыла.
Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк, был хужалыҡта етен сәсеү буйынса ла эштәр алып барыла. Йүнсел хужаларбилдәләүенсә, был культура һуңғы йылдарҙа ҡулланыусылар баҙарында ҙур һорау менән файҙаланыла.
Бына шундай төрлө йүнәлеш менән үҙ хужалыҡтарын алып барған Үтәшевтәр бик юғары һөҙөмтәләргә ирешеп эшләй. Быйыл иген культураларын 500 гектар майҙанда сәскәндәр, уларҙың 300 гектарын арпа ултыртыуға, 250-һен бойҙайға бүлгәндәр улар. Бойҙайҙы урып алғандар ҙа инде, уртаса алғанда уңыш гектарынан 14 центнер.
– Арпа уңышы быйылғы йылда бик ҡыуандырҙы, был культураның гектарынан 40 центнер тәшкил итеүе алдағы киләсәккә тағы ла ҙур маҡсаттар ҡуйырға өмөт бирә –, ти хужалыҡ етәкселәре.
Бик күп йылдар дауамында бындай уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге булмаған хужалыҡ быйылғы ураҡ осорон «рекорд»лы йыл тип иҫәпләй.
Ураҡ эштәрен ике комбайн алып бара. Был техникаға быйыл аталы-уллы
Үтәшевтәр үҙҙәре ултырған. Баҫыуҙарҙан иген сығарыуҙа МАЗ водителе Нафиҡ Рыҫҡолов тырышып эшләй. Көҙгө уңыш йыйыу кампанияһына бөтәһе һигеҙ хеҙмәткәр йәлеп ителгән.
Ялан батырҙарын туҡландырыу ҙа бик яҡшы ойошторолған. Аҙыҡ-түлек менән проблемалар юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙеке һәм яҡшы сифатта. Ә тәмле итеп бешереүсе ашнаҡсы Нурия Сәйетова бына инде нисәмә йылдар дауамында үҙ эшенә бик яуаплы ҡарап хеҙмәт итә. Эшселәр ул бешергән аш-һыуҙы яратып ашай, ти Үтәшевтәр.
Бына шулай сираттағы баҫыусылыҡ миҙгеле лә тамамланып тора. Йыл да көтөп алынған был хеҙмәт ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн генә түгел, халыҡ өсөн дә бик мөһим. Тырыш та, уңған да Үтәшевтәр ғаиләһенең эше районыбыҙҙың иң төп ризығыбыҙ – икмәк менән тәьмин ителешенә лә ҙур йоғонто яһай. Уларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Евгений ГОРДОВ фотолары.