Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы саралар үтте.
1 ноябрь көнө Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов ошо өлкәләге иң яҡшы һөнәр эйәләренә лайыҡлы наградалар тапшырҙы.
Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ул бөтәһенә лә һаулыҡ һәм именлек теләне. Башҡортостан республикаһы агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәренең илдең һәм төбәктең аҙыҡ-түлек бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеүҙәге баһалап бөткөһөҙ ролен билдәләне.
Крәҫтиән (фермер) хужалығын алып барыу отошло түгел, иҡтисади яҡтан күп сығымдар талап итә, аҙыҡ-түлек запасын булдырыуға өлөш индермәй тигән ҡараш бөгөн көнүҙәклеген юғалтты. Ә бына һуңғы йылдарҙа Хөкүмәт тарафынан күрһәтелгән ярҙамдар үҙ һөҙөмтәләрен бирә башланы. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының ил иҡтисадына индергән өлөшө йылдан-йыл арта бара, улар төрлө баһалар буйынса ауыл хужалығы продукцияһының тейешле кимәлдә етештерә.
Республиканың һәр ауылында тиерлек бер нисә крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләп килә. Улар ауыл халҡына социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итергә ярҙам итә: эш менән тәьмин итеү, юлдарҙы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм башҡалар.
Хеҙмәт һөйөүсән, үҙ эшенә, ауыл хужалығы хеҙмәтенә һөйөү менән ҡараған яҡташтарыбыҙ, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары Матрай ауылынан Илшат Илдус улы Үтәшев һәм Үрге Ҡаҙарма ауылынан Марат Хөрмәт улы Абдулов юғары награда – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, районыбыҙҙың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн тырышып хеҙмәт иткән ошо замандаштарыбыҙ барлыҡ ғүмерҙәрен райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәттәре менән хөрмәт һәм абруй ҡаҙана.
Уларҙы юғары наградалары менән ихлас ҡотлайбыҙ, эштәрендә яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Район хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәге «Бәйләнештә»ге битләүенән алынды.