

Һуңғы йылдарҙа хужалыҡта сәсеү майҙандары тотороҡло рәүештә өс мең гектар кимәлендә һаҡлана. Был хужалыҡтың иҡтисади, техник, кадрҙар һәм башҡа мөмкинлектәренә тап килә. Ағымдағы йылдың яҙғы сәсеү эштәре дүрт сәсеү агрегаты (һәр береһендә биш сәскес) менән өс К-700 һәм бер Т-150 тракторында үткәрелде. Хужалыҡта техника яңы, механизаторҙар тәжрибәле, сәсеү технологияһы күптән эшләнгән.
Был хужалыҡ сәсеүҙе беренсе майҙа уҡ башлаған, әммә йыш һәм мул ямғырҙар арҡаһында эштәр бер аҙ һуҙылған. 23 май көнө редакция хеҙмәткәрҙәре хужалыҡтағы баҫыу эштәрен барып күреп ҡайтты. Булдыҡлы хужа яҙғы баҫыу эштәренең өс-дүрт көндән тамамланасағын белдерҙе.
Һәр ваҡыттағыса хужалыҡтың механизаторҙары Наил Шәрипов, Миңлеғәле Исҡужин, Данис Мәғзүмов, Фәнис Дилмөхәмәтов сәсеүҙә уңышлы эшләгәндәр. Шулай уҡ Фәнүз Тусалин МТЗ тракторында ҙур эштәр башҡарған.Ә ағалы-ҡустылы Юлай һәм Урал Ишкилдиндар сәсеү агрегаттарын тейәү менән шөғөлләнәләр, орлоҡто водитель Рәфҡәт Мөхәмәтрәхимов (фотола) ташыған.
Сәсеү тамамланды, алда баҫыуҙарҙы тәрбиәләү буйынса саралар көтә. Ә инде беҙ рәхмәтле ер игенселәрҙең мәңгелек еңел булмаған хеҙмәтен яҡшы уңыш менән бүләкләр, тип ышанабыҙ.
Евгений ГОРДОВ фотолары.