Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Ауыл хужалығы
28 Май 2025, 10:29

Уңған хеҙмәткәр

Матрай ауылының «Үтәшев КФХ»һында техника менән дуҫ булған, уның һәр өлөшөн етди күҙәтеп, ремонт эштәре менән булышҡан хеҙмәткәр бар. Рәмил Ҡаҙнабаев (фотола) күп йылдар дауамында тап ошо етди эш өсөн яуап бирә.

Уңған хеҙмәткәрУңған хеҙмәткәр
Уңған хеҙмәткәр

Һәр ауыл хужалығы кампанияһы – техниканы әҙерләү һәм уны ремонтлау менән шөғөлләнгән белгестәр өсөн оҫталыҡ һынауы булып тора. Сөнки техниканың йыш ватылыуы ауыл хужалығы эшендәге иң мөһим ваҡыттарҙа ауырлыҡтар тыуҙыра.
Матрай ауылының «Үтәшев КФХ»һында техника менән дуҫ булған, уның һәр өлөшөн етди күҙәтеп, ремонт эштәре менән булышҡан хеҙмәткәр бар. Рәмил Ҡаҙнабаев (фотола) күп йылдар дауамында тап ошо етди эш өсөн яуап бирә. Хужалыҡта булған һәр трактор, машина уның ҡулы аша үтә.
Техникаға һөйөүе, тәжрибәһе һәм намыҫлы хеҙмәте менән ул үҙ эшенә яуаплы ҡарай һәм һәр тимер атты төҙәтергә ашығып тора.
Нәҡ шундай оҫталыҡтары өсөн уны хужалыҡ етәксеһе лә, коллегалары ла хөрмәт итә.

 

Евгений Гордов фотоһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас