Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Июнь 2025, 09:19

Хужалыҡта – “ҙур һөт” миҙгеле

Илшат Илдус улы Үтәшевтең Суртанүҙәк  ауылында урынлашҡан крәҫтиән (фермер) хужалығында малдарҙы йәйге көтөүлектәрҙә йөрөтөү  миҙгеле апрель айында уҡ башланған.

Хужалыҡта – “ҙур һөт” миҙгеле
Хужалыҡта – “ҙур һөт” миҙгеле

Илшат Үтәшев үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын, ҡуртымға 10 баш һыйыр һәм аукцион аша малсылыҡ биналарын алып, 2012 йылда ойоштороп ебәрә. Хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа күп көс, энергия һәм ваҡыт талап ителә. Дәүләттән өлөшләтә ярҙам да күрһәтелә.

Май башында ферма  һөт ҡабул итеү пунктына тәүлегенә бер тонна һөт оҙатһа, бөгөн уның ҡеүәте 1800 килограмға еткән. Хужалыҡта  симменталь тоҡомло 70 һауын һыйыры, таналар, ике тоҡомло үгеҙ, быҙауҙар һәм аттар аҫрала.

  • 2015 йылда “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” төбәк программаһында ҡатнаштыҡ. Бүленгән аҡсаға малсылыҡ биналарында ремонт башҡарылды. 2020 йылда тағы ла шундай уҡ программала ҡатнашып, 49 баш симменталь тоҡомло быҙауҙар һатып алдыҡ. Программа шарттарына ярашлы тоҡомло малдың һанын 75-кә еткерергә һәм ике эш урыны булдырырға кәрәк ине. Эш урындары асылды, малдарҙың һанын арттырыу буйынса уңышлы эшләйбеҙ, билдәләнгән ваҡытҡа йөкләмәләребеҙҙе үтәп сығырбыҙ тип ышанам. Шулай уҡ яҡын киләсәктә аграрийҙарға ярҙам итеү буйынса программала ҡатнашырға уйлайбыҙ. Төбәк ауыл хужалығы министрлығы тарафынан бындай ярҙам  сараларының байтаҡ булыуы ҡыуандыра. Тағы ла быҙауҙар һимертеү өсөн бина төҙөргә кәрәк. Баҫыусылыҡ менән шөғөлләнгәс уларҙы ашатырға мөмкинлектәр бар, тик быҙауҙарҙы тотор урын булмау сәбәпле, һатып ебәрергә мәжбүрбеҙ, – тип һөйләй Илшат Илдус улы.

Бөгөн малдарҙы аҫрауға бәйле бөтә төр эштәрҙе хужалыҡ башлығы етәкселегендәге  малсы-көтөүсе Радик Назарғолов, һауынсылар Гәүһәр Һеләүһенова менән Айһылыу Солтанғужина, быҙау ҡараусы Лилиә Торсонбаева һәм слесарь-һаҡсы Йәүҙәт Теләүкәевтарҙан торған  бәләкәй коллектив уңышлы хәл итә.

Һыйырҙарҙы көнөнә ике тапҡыр иртә таңда һәм көндөҙгө дүрттә һауалар. Һауыу процессы механизацияланғанға күрә, ике һауынсы был эште ваҡытында атҡарып сыға. Һауылған һөт торбалар аша һыуытҡысҡа ебәрелә һәм һөт ҡабул итеүсе машина килгәнсе кәрәкле температурала һаҡлана.

Әҙер продукцияны Мәләүез һөт комбинаты һатып ала. Хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә файҙалы, предприятие тапшырылған һөт өсөн түләүҙе аҙна һайын атҡара. Бынан тыш, комбинат фермерға сәсеү компанияһын үткәреүҙе кредитлай. Алынған бурысты хужалыҡ әҙер продукция, йәғни һөт менән кире ҡайтара. Һөткә хаҡ уның күләменә лә бәйле – күберәк тапшырған һайын, хаҡ та юғарыраҡ була. Был фермерҙарға мал һанын һәм етештерелгән продукция күләмен арттырыуға етди етәргес булып тора.

  • Июндең һуңғы көндәрендә бесәнгә төшөргә ниәтләйбеҙ. Унан урып һуғыу эштәренә лә күп ҡалмай, – ти хужалыҡ башлығы.

Малдарҙы ҡыш сығарыу өсөн 600 тонна бесән талап ителә. Ғәҙәттә хужалыҡта был эште артығы менән башҡарырға күнеккәндәр. Ямғырҙар ғына ҡамасау булмаһын.

Хужалыҡта эштәр үҙ яйы менән бара. Ошо көндәрҙә Илшат Илдус улы ҡулдан К – 700 тракторы һатып алған. Бындай ҡеүәтле техникаһыҙ беҙҙең тәбиғәт шарттарында баҫыусылыҡ менән шөғөлләнеүе ауырға тура килә. Хәҙер мәсьәлә хәл ителгән. Һәм бына шулай яйлап, мөмкинлектәрҙән сығып, ә йышыраҡ ошо мөмкинлектәрҙе эҙләп, фермер Илшат Үтәшев хужалығын үҫтерә, киләсәккә пландар ҡора. Ә беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа уға барлыҡ уй - ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.

Хужалыҡта – “ҙур һөт” миҙгеле
Хужалыҡта – “ҙур һөт” миҙгеле
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас