Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Август 2025, 10:53

"Баҫыу көнө"ндә беҙҙекеләр ҙә ҡатнашты

Июль айы аҙаҡтарында «Баҫыу көнө – 2025» төбәк семинары үтте. Өфө эргәһендәге майҙансыҡта үткән был сарала урып йыйыу эштәре тактикаһы һәм стратегиялары тураһында һөйләшеүҙәр барҙы. Һәр кем ауыл хужалығы техникаһын ҡарап, водитель йәки оператор кабинаһында ултыра алды. Форум ҡунаҡтары «Трактор – шоу» тип аталған тракторҙарҙағы ярыштарҙы күҙәтеү мөмкинлегенә лә эйә булды.

"Баҫыу көнө"ндә беҙҙекеләр ҙә ҡатнашты
"Баҫыу көнө"ндә беҙҙекеләр ҙә ҡатнашты

Быйылғы был байрам элекке форматта – Өфө янындағы Ягодная Поляна ауылы янындағы бер майҙансыҡта ойошторолдо. Быға тиклем ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йыйылған сара бер нисә йыл рәттән республиканың төрлө райондарында үткәйне.
«Баҫыу көнө –2025» семинары ҙур ғына эшлекле өлөштәрҙән торҙо. 40 га майҙанда 255 диләнкәлә перспективалы культуралар сорттары һәм гибридтары, үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм минераль ашламалар менән һынау урындары ла ҡаралған ине.
Районыбыҙ делегацияһы ла ошо сарала ҡатнашып ҡайтты һәм ауыл хужалығы идаралығының инвестиция проекттары буйынса баш белгесе Ирина Владимировна Алексеева Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллы намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Ирина Владимировнаны ҡотлайбыҙ һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Фото район хакимиәтенең «Бәйләнештә» төркөмөнән алынды.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас