Тикшереү барышында машиналарҙың төҙөк хәлдә булыуына, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә төп иғтибар бүленә. Үҙ йөрөшлө машиналарҙы ғына түгел, уларҙың тағылмаларын хәүефһеҙ файҙаланыуға ла етди иғтибар бирелә.
Был сараларҙың төп маҡсаттары һәм бурыстары – үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканы эксплуатациялау өлкәһендә закон менән һаҡланған ҡиммәттәргә зыян (бәлә) килтереү хәүефтәрен, граждандарҙың ғүмере һәм һаулығына, уларҙың милкенә, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү хәүефен иҫкәртеү.
Тикшереүҙәр Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, Республиканың Урман хужалығы министрлығы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары ҡатнашлығында үткәрелә.
Үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоуҙы булдырмау маҡсатында, ошо төр техниканы эксплуатациялауға рөхсәт ителгән хужаларға һәм кешеләргә бөтә талаптарҙы ла теүәл үтәргә кәрәк.
Өҫтәмә рәүештә районыбыҙ халҡына тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итәм!
Ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләүҙең ҡыҙыу мәле бара. Шуға күрә, бесән өйөмдәрен ташыған ваҡытта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Юлға сығыр алдынан ут һүндергестәрегеҙҙең булыуын һәм уларҙың эшләү-эшләмәүен тикшерегеҙ. Ҙур техникалы граждандарға, айырыуса төндә юлға сыҡҡанда, яҡтылыҡ сағылдырған элементтар ҡуйығыҙ. Яҡтыртҡыстарҙың һәм яҡтылыҡ сағылдырғыс элементтарҙың эшләүен мотлаҡ тикшерегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сигнал уттары булмаған габаритлы техника – юғары хәүеф сығанағы!
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Илгиз СОЛТАНҒУЖИН,
БР Дәүләт техник күҙәтеү идаралығының Йылайыр районы буйынса инспекцияһы баш инженер-инспекторы.