Балапан ауылында эшләп килгән Кристина Аптикованың крәҫтиән (фермер) хужалығында, уңыш йыйыу алдынан, яңы иген һаҡлағысын төҙөү тамамланды. Ағастан эшләнгән, тыштан металл профилле ҡалай менән көпләнгән һәм эстән бер нисә бүлеккә бүленгән, ике яҡтан да йөк машиналары инеп сыға алырлыҡ итеп эшләнелгән был ышыҡ урын һәр иген культураһын айырым һаҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта, һатыуға тәғәйенләнгән иген айырым, орлоҡ фонды айырым һаҡланасаҡ. Ә инде мал аҙығы өсөн әҙерләнәсәк культураларға икенсе биналар булыуы ҡыуандыра.
Һаҡлағыс тышҡы яҡтан периметры буйынса оҙонлоҡҡа – етмеш биш метр, киңлеге – егерме метр итеп эшләнелгән. Хужалыҡтың етәкселәре белдереүенсә ул биш мең тоннаға тиклем иген һыйҙыра ала. Бындай ҙур бинаны төҙөү фермерҙың үҙ аҡсаһына башҡарылған. Хужалыҡ идарасыһы Бүләк Аптиков һүҙҙәренсә, фермерға ул 4,8 миллион һумға төшкән. Уның төҙөлөшө менән Йылайыр ауылынан Ислам бригадаһы шөғөлләнгән. Бина ябай ҡоролмалы, елләтеүе тәбиғи рәүештә башҡарыласаҡ. Әйтеүҙәренсә, ул «олатайҙарса» ысул менән заманса материалдарҙан эшләнгән. Был беҙҙең яҡтар өсөн иген һаҡлауҙың иң ышаныслы төрө булып тора.
Аптиковтар хужалығында быйыл иген майҙаны 2800 гектар тәшкил итә. Баҫыуҙа ҡаты һәм йомшаҡ бойҙай, арпа, борсаҡ һәм һоло үҫтерелә. Уларҙың һүҙҙәренсә, культураларҙың күпселеге өлгөргән дә инде, уңыш йыйыуға әҙер, әммә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар эште тотҡарланы. Быйылғы уңышҡа фермерҙар тағы бер комбайн һатып алыуға өлгәшкән, уны ошо көндәрҙә хужалыҡҡа алып килеп еткереүҙәрен көтәләр. Был барлыҡ эште тиҙләтәсәк һәм көҙгө баҫыу эштәрен башҡарыу ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ.
Шулай итеп, баҫыусыларҙың эштәре көйлө. Беҙ иһә яңы төҙөлгән һаҡлағыстарының иген культуралары менән тулыуын теләп ҡалабыҙ!
Евгений ГОРДОВ фотолары.