Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙың бар фермерҙары ла етен үҫтереүгә дәррәү тотондо. Беҙҙең шарттарҙа ул тотороҡло рәүештә яҡшы уңыш бирә, ә иң мөһиме – баҙарҙа ҙур һорау менән файҙалана. Сөнки бөгөнгө көндә уңышты үҫтереп йыйып алыу ғына түгел, уны мөмкин тиклем күберәк файҙа менән һатырға ла кәрәк.
Ғәзиз Морат улы һөйләүенсә уның баҫыуҙарында үҫтерелгән һолоно, аҙыҡҡа яраҡлы булғанға күрә, күптәребеҙ яратып ашаған һоло печеньеһын етештереүселәр теләп һатып ала икән.
Комбайндар һәм автомобилдәр хужалыҡта яңы. Уларҙа яуаплы һәм тәжрибәле водителдәр эшләй. Бер-береһе менән ярты һүҙҙән аңлашып эшләгәнгә күрә эш процессы яйға һалынған һәм һөҙөмтәле бара.
Хужылыҡта иген йыйыу тамамланған тиерлек, сиратта етен баҫыуы. Ә һуңынан киләһе йыл уңышына нигеҙ һалыу хаҡында ла хәстәрлек күреләсәк. Бының өсөн ерҙе эшкәртеү – бер өлөшөн тулы күләмдә һөрөү, бер өлөшөн тырматыу эштәре башҡарыласаҡ.