Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Октябрь 2025, 15:26

Район аграрийҙары йылды тотороҡло күрһәткестәр менән тамамлай

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө – илебеҙҙә иң мөһим байрамдарҙың береһе. Был тәбиғи ҙә, сөнки ауыл хужалығынан тыш ил иҡтисадын, уның тормошон күҙ алдына килтереп булмай.

Район аграрийҙары йылды тотороҡло күрһәткестәр менән тамамлай
Район аграрийҙары йылды тотороҡло күрһәткестәр менән тамамлай

Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ғәҙәттәгесә, райондың бер төркөм аграр өлкәһе хеҙмәтсәндәре тәбрикләнде. Алдынғылар  Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының, муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Быйыл район аграрийҙары йылды тотороҡло күрһәткестәр менән тамамлай һәм ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса продукция етештереү күләменең бер аҙ артыуына өлгәшкән.

Райондың  ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың яҙғы баҫыу эштәре оптималь агротехник сроктарҙа үткәрелгән. 8938 гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, мал аҙығы һәм техник культуралар: 4540 гектарында бойҙай, 1545 гектарҙа арпа, 251 гектарҙа һоло һәм 250 гектар ерҙә борсаҡ сәселгән.

Көҙгө баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса ауыл хужалығы культуралары 6550 гектар майҙандан йыйып алынған, 15 мең тонна иген һуғылған. Быйылғы уңыш гектарынан 22, 9 центнер тәшкил итә.

Тупраҡты туңға һөрөп эшкәртеү  3640 гектарҙа башҡарылған. Шартлы мал башына 24,5 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Был планлаштарылған күләмдең 101 процентын тәшкил итә. 3900 гектар ерҙә күп йыллыҡ үлән сабылған һәм 6400 тонна бесән әҙерләнгән. Киләһе йыл уңышына 925 тонна бойҙай, 320 тонна арпа, 43 тонна һоло һәм 100 тонна борсаҡ орлоҡтары һалынған.

Хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында эре мөгөҙлө мал һаны, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, ике процентҡа кәмегән һәм бөгөнгө көнгә 8148 баш тәшкил итә, шул иҫәптә 3578 һыйыр малы. Йыл башынан алып төбәк хужалыҡтарында 104790 центнер, атап әйткәндә һәр һыйырҙан уртаса 3151 килограмм, һөт һауып алынған. Был уҙған йыл кимәленә ҡарата 101,3 процент  тәшкил итә.

Районда 3502 баш йылҡы малы иҫәпләнә, был былтырғы менән сағыштырғанда 105,5 процент, ваҡ мал – һарыҡ менән кәзә 10264 баш, был 2024 йыл кимәленә ҡарата ҡарата 96 процент. 14860 центнер ит  етештерелгән.

Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр технопаркында 125 берәмек трактор, 70 берәмек бөтә төр сәскес (шул иҫәптән 23 сәсеү комплексы), 16 трактор һабаны һәм 30 культиватор бар. Ағымдағы йылда Илшат Үтәшевтың крәҫтиән (фермер) хужалығы К-700 тракторы һәм сәсеү комплексы, Йәмил Алғошаевтың крәҫтиән (фермер) хужалығы КС-100 “Сулпан” үҙйөрөшлө ҡырҡыу машинаһы һәм “Томан” үҙйөрөшлө һиптергесе менән тулыланған.

Тиҙҙән малсылыҡта яуаплы осор – мал ҡышлатыу миҙгеле  башланасаҡ. Мал аҙығы запасы тейешле кимәлдә һәм ваҡытында тупланғаға күрә, ҡышлатыу тыныс үтер тигән ниәттә хужалыҡ эшсәндәре.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас