Ҡар иртә яуһа, ер туңмай ҡала. Был осорҙа ла әле ҡайһы бер үҫентеләрҙең тамыры тын ала, киләһе уңышҡа көс туплай. Шулай ҙа көнгә ышанырға ярамай. Кайһы бер йылда ҡар оҙаҡ яумай тора, һалҡындар башлана. Еләк-емеш тамырына туңыу ҡурҡынысы янай. Көҙҙән уларҙың төбө серетмә, бысҡы вағы менән күмелһә, үҫентеләрҙең тамыры һыуыҡтарға бирешмәй.
Мул уңыш биреүҙән айырылып төшкән ботаҡтарҙы тарттырып бәйләү, төҙәлмәҫтәрен киҫеп, урынына баҡса елеме, майлы буяу һөртөп ҡуйыу ҙа – мөһим эштәрҙең береһе. Сүп өйөмдәрен ҡышҡылыҡҡа ҡалдырырға ярамай. Сысҡандар эйәләп, ауырыу таратыуы бар. Баҡсала ҡар тотоуҙы тәүҙән үк башлайҙар. Уның өсөн ер өҫтөнә ағас ботаҡтары ташлана, ҡар өйөмдәре яһала, ҡар канауҙары ҡаҙыла. Асыҡ ерҙә ҡышҡы һыуыҡтарҙа еләк-емеш баҡсаһы ныҡ зыян күрә, шуға ла тәүге көндәрҙән үк плантацияларҙы, түтәлдәрҙе ҡар аҫтында ҡалдырыу мотлаҡ.
Еләк тамыры тупраҡ ҡатламының өҫкө өлөшөнә таралып үҫә, асыҡ ерҙә 15 градус һалҡында ла туңып һәләк була. Ҡар яуғансы уҡ еләклекте 5-7 сантиметр ҡалынлыҡта серетмә, торф йәки бысҡы вағы менән ҡапларға кәрәк.
Ҡарҙың йылы «юрған» ғына түгел, дым сығанағы ла икәнен оноторға ярамай.
Емеш ағастарын йоҡоға ебәрәйек
Киләһе йылдың уңышына быйыл нигеҙ һалабыҙ. Ә киләһе йылдың уңышы – баҡсаны, айырыуса емеш ағастарын ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләүебеҙгә бәйле. Яҙғыһын ағастарға зыян итерҙәй бөжәктәргә ҡышларға китергә бирмәй, улар менән бөгөндән көрәшергә кәрәк. Ағастарҙы ҡасан эшкәртергә? Уларҙы һаҡлау өсөн тағы ниндәй саралар күрергә? Был һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирер.
*Әле баҡсала ағастарҙы инсектицидтар һәм фунгицидтар менән эшкәртеү иң ҡулайлы мәл. Ағас төптәрен ярты көрәкте батырып ҡына ҡаҙып сығырға кәрәк, ашламалар индерергә, сысҡандарға ҡаршы дарыу һалырға була. Ағастар һарғая башлап, ҡойолғанға тиклем уларҙы эшкәртергә кәңәш итәм. Дарыу күп булды тип хафаланмағыҙ. Ҡойолоп өлгөргән япраҡтарға ла дарыу һибегеҙ. Улар ерҙә йәшеренгән бөжәктәрҙән ҡотолорға ярҙам итер. Фосфорлы һәм калий ҡушылған махсус ашламалар индерергә кәрәк. Ағас олондарын шпатель менән таҙартып сығығыҙ ҙа, буяп ҡуйығыҙ. Йәш ағастарҙың олонон махсус материал менән ҡапларға була. Кипкән, йә эскә ҡарай үҫкән ботаҡтарҙы киҫегеҙ. Баҡсала төрлө бөжәктәргә йәшеренеү мөмкинлеге биргән сүпте сығарып түгергә кәрәк. Яҙғыһын, улар уяныу менән ағастарға зыян килтерәсәк, – тип кәңәштәрен бирә агроном.
*Ә бына ағастарҙы эшкәртеү өсөн бөгөн магазин кәштәләрендә төрлө препараттар етәрлек. Уларҙы махсус магазиндарҙан алырға кәңәш итәм. Ундағы һатыусылар ағастарҙың күләмен, төрөн һорашып, кәрәкле дарыуҙы һайларға ярҙам итер, – ти белгес.
Интернет селтәренән алынды.