Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Ноябрь 2025, 09:10

Ауыл хужалығы иғтибар үҙәгендә: район хакимиәтендәге ултырыш йомғаҡтары

Яңыраҡ район хакимиәте бинаһында ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, фермер хужалыҡтары, предприятие етәкселәре һәм аграр тармаҡ вәкилдәре ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үтте.Осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм район муниципаль районы Советы рәйесе Геннадий Туленков ҡатнашты. Йыйылыштың төп маҡсаты – агросәнәғәт комплексының уҙып барған йылдағы эш һөҙөмтәләрен барлау һәм киләһе йылға мөһим бурыстарҙы билдәләү. Кәңәшмәне хакимиәт башлығының агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Вадим Шәйәхмәтов асты һәм алып барҙы.

Ауыл хужалығы иғтибар үҙәгендә: район хакимиәтендәге  ултырыш йомғаҡтары
Ауыл хужалығы иғтибар үҙәгендә: район хакимиәтендәге ултырыш йомғаҡтары

Көн тәртибендә игенселектең хәҙерге торошо, миҙгелле эштәр йомғаҡтары һәм ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин ителеү кимәле; «ЕФИС ЗСН», «ЕГИС-зерно», «ЕГИС-семеноводство» системаларында эшләү, шул иҫәптән системалар менән танышыу һәм Башҡортостан Республикаһының 2021 йылдың 688-се ҡарарын тормошҡа ашырыу; малсылыҡтың торошо; ветеринария хеҙмәтенең туғыҙ айлыҡ эш йомғаҡтары, мал зыяраттарының торошо, дезинфекция , аттарҙы һәм башҡа ауыл хужалығы малдарын чиплау, эре мөгөҙлө малдарҙы биркалау һәм умарталыҡтарҙы маркировкалау, ағымдағы йылда ауыл хужалығы техникаһына техник күҙәтеү һәм берәҙәк малдарҙы , хайуандарҙы бикләү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.


Беренсе һорау буйынса ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Булат Намазов сығыш яһаны. Ул яҙғы сәсеү үткәрелгән майҙандар, уңыш йыйыу йомғаҡтары һәм әҙерләнгән мал аҙығы күләме тураһында мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ ул Рәфис Мостафин, Искәндәр Аҡҡужин, Александр Полетавкин, Әхтәм Солтанғужин, Рәил Юламанов һәм Евгений Пятаевтың шәхси хужалыҡтарын билдәләп үтте. Улар үҙҙәре өсөн дә, халыҡ өсөн дә бесән әҙерләй, шуның менән сәсеүлектәрҙе таҙа тотоп, ҡый үләне баҫыуына юл ҡуймай, тине ул.


Баш экономист Ләйсән Ҡашҡарова кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға ауыл хужалығы идаралығы менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары тураһында һөйләне. Шулай уҡ ул "ЕФИС ЗСН" программаһының нимә икәнен һәм ни өсөн кәрәклеген аңлатты.
Көн тәртибенең киләһе һорауын район ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Тлиф Әбделмәнов яҡтыртты. Ул ағымдағы йылдың 1 октябренә барлыҡ хужалыҡ категорияларындағы малсылыҡ торошо тураһында мәғлүмәттәр еткерҙе. Тлиф Ғилман улы райондың ауыл биләмәләре башлыҡтарына һәм шәхси хужалыҡтар етәкселәренә «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар халыҡ-ара фестивалендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Бынан тыш, ул йыл башында «Башмедиа» биләмәһендә үткән күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы билдәләп үтте.
Кәңәшмәнең дүртенсе һорауы буйынса район ветеринария станцияһы белгесе Мөршиҙә Аккөбәкова сығыш яһаны. Ул ағымдағы йылдың башынан алып бөгөнгәсә ветеринар табиптарҙың эше һәм райондың ауыл биләмәләрендә мал ҡәберлектәре торошо хаҡында хәбәр итте.
Бишенсе һорау буйынса райондың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш дәүләт инженер-инспекторы Илгиз Солтанғужин сығыш яһаны. Ул ауыл биләмәләрендә ауыл хужалығы техникаһына техник күҙәтеү үтеүе тураһында һөйләне һәм киләһе йылда ла уны ваҡытында үтеү кәрәклеген билдәләне.

Инвестициялар проекттары буйынса баш белгес Ирина Алексеева киләһе йылға дәүләт ярҙамы саралары, инвестициялар һәм субвенциялар, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы предприятиеларында хеҙмәтте һаҡлау тураһында хәбәр итте. Ул шулай уҡ районда берәҙәк мал проблемаһын хәл итеү буйынса әүҙем эш алып барылыуын билдәләне.

Йыйылышта ҡаралған һәр һорау буйынса тейешле ҡарарҙар һәм түбәндәге тәҡдимдәр индерелде:
– элиталы орлоҡ сорттарын һатып алыу, иген баҫыуҙарын киңәйтеү, техника менән тәьмин итеүҙе арттырыу, баҫыуҙарҙы ҡарап сығыу һәм ҡый үләндәрен юҡ итеү;
– ерҙә тәртип урынлаштырыу, шул иҫәптән хужаһыҙ малдарға иғтибар бүлеү, баҫыуҙарҙы тапауҙы һәм зыян килтереүҙе булдырмау; шулай уҡ бөтә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары өсөн ерҙәрҙе «ЕФИС ЗСН» системаһында мотлаҡ теркәү;
– мал иҫәбен һаҡлау һәм етештереү күләмен арттырыу, малдарҙы идентификациялауҙы һәм ветеринар эшкәртеүҙе дауам итеү;
– ауыл хужалығы техникаһына техник күҙәтеү үткәреү һәм бер нисә тораҡ пунктында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса граждандар йыйылыштары үткәреү; берәҙәк малды тотоу буйынса эште көсәйтеү һәм халыҡты йорт хайуандарына яуаплы ҡарарға саҡырыу буйынса мәғлүмәт биреү;
– инвестицияларҙы әүҙемерәк йәлеп итеү, дәүләт ярҙамы сараларын даими күҙәтеү, хеҙмәтте һаҡлау нормаларын һәм ер тураһындағы ҡануниәтте үтәүгә айырым иғтибар бүлеү.

Лариса ПЕЛАГЕИНА фотоһы.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас