«Башинформ» агентлығының махсус хәбәрсеһе Галина Бахшиева төбәктең агросәнәғәт комплексы эшен яҡтыртыуға ҙур өлөш индергәне өсөн БР ауыл хужалығы министрлығының маҡтау грамотаһы һәм почётлы билдәһе менән бүләкләнде.
Наградаларҙы «Башинформ» журналисына Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тапшырҙы.
«Беҙ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығын республикала цитата килтереү буйынса иң алдынғы баҫма булыуы өсөн ҡәҙерләйбеҙ. Унда тармаҡ эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән, оҫта, иң мөһиме, халыҡҡа аңлайышлы тел еткерә алған журналистар эшләй», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов министрлығында.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы журналисы Ксения Калинина «Рәсәй ҡалҡаны-2025» Бөтә Рәсәй медиафорумында диплом алғайны.