

30 июлгә республика игенселәре ярты миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуҡҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. Был былтыр тап ошо көнгә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. 45 район хужалыҡтарында ураҡ эштәре бара, әлегә башлыса ужым культуралары уңышын йыялар. 135 мең гектар сабылған, был уҙған йылдың көҙөндә сәселгән бөтә майҙандарҙың яртыһы тиерлек. 454 мең тонна ужым бойҙайы, 36,4 мең тонна арыш һәм 3 мең тонна тритикале һуғып алынған. Бер нисә районда борсаҡ, арпа һәм һоло йыйыуға төшкәндәр. Сиратта төп культура - яҙғы бойҙай, шулай уҡ рапс, гәрсис, етен, соя һәм көнбағыш.
2025 йылда игендең уңышы 3,6 миллион тонна тәшкил иткән. Һуңғы йылдарҙа иң мул уңыш 2022 йылға тура килгән — 5 миллион тонна.