Ауыл уттары
+11 °С
Ясно
Ауыл хужалығы
18 Сентября , 06:19

Республикала ужым культураларын сәсеү буйынса план үтәлгән тиерлек

Башҡортостан аграрийҙары ужым культуралары сәсә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Әлеге ваҡытта республикала 267 мең гектар йәки планлаштырылған майҙандарҙың 71% ужым культуралары сәселгән. Бойҙай — 222 мең гектар, арыш — 28,8 мең гектар, ужым рапсы — 10 мең гектар, тритикале 2,5 мең гектарҙы биләй.

«Республиканың һигеҙ районында ужым культураларын сәсеү буйынса план тулыһынса үтәлгән, алты районда эштәр тамамланып килә. Төбәкте һәм илде иген менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының маҡсаттарына тап килә», — тип өҫтәнеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
2027 йылғы уңыш өсөн төбәктә бөтәһе 370 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү планлаштырыла.

 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас