Һуңғы йылдарҙа гармун моңо, ҡыҙғанысҡа күрә, тормошобоҙҙан юғалып бара. Көмөш телле гармун моңдарын тик фольклор, мәҙәни сараларҙа ғына ишетергә мөмкин.
Ә шулай ҙа йәшәй әле гармун! Милли уйын ҡоралында өҙҙөрөп уйнаусылар бар әле!
Йомағужа ауылында гармунсы ир –егеттәр байтаҡ икәне асыҡланды. Улар беҙҙе кҡтҡп кенә торғандар ине. Баҫалҡы ағайҙар араһында һүҙгә маһир, мәрәкә телле Миңлеғәле ағай Хәсәнов иң беренселәрҙән булып һүҙ башланы:
– Бына барыһыла һиңә таныш ағай- энеләр, беҙ бөтәбеҙҙә гармунда уйнайбыҙ, ысын әртистәрҙән ҡалышмайбыҙ, - тип мәрәкәләп тә өлгөрҙө.
–Кем был ансамблгә нигеҙ һалыусы?- тигән һорауға, бер тауыштан:
–Искәндәр Аҡҡужин, ул беҙҙең ойоштороусы ла, бағымсы ла, - тип Искәндәр ағайға ҡараштарын күсерҙеләр.
Искәндәр ағай шуны ғына көткәндәй:
–Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар “Ағинәйҙәр” ойошмаһы булдырғас миндә сәм тыуҙы. Беҙ ир-егеттәр нигә үҙебеҙҙең бәҫте күтәрмәйбеҙ әле!? Аҙмы ни беҙҙә талантлы егеттәр?! Ошоноң кеүек һорауҙар борсоно мине. Үҙем гармунда уйнағас уйҙарым шул юҫыҡта булды. Яттан ауылдағы гармунсы егеттәрҙе барлап сыҡтым, кемеһенә шылтыраттым, кемеһендер урамда күреп һөйләштем. Бына хәҙер ошонда ултырған егеттәр һүҙемде йыҡмай, мине ҡеүәтләп риза булдылар. Тәүҙә минең өйҙә йыйылышып, инде төймәләрҙе онота башлаған бармаҡтарҙы яҙып гармун уйнай башларға булдыҡ. Әммә кәштәләрҙә туҙанланып ятҡан гармундарҙа ремонт талап итә ине. Был беҙҙең өсөн ҙур проблема булманы, интернет селтәрҙәрендә ремонтсы табып гармундарҙы ипкә килтерҙек. Дәрт бар, дарман бар әммә ойошҡанлыҡ аҫҡаңҡырай, һәр ваҡыттағыса ҡатындарыбыҙ, беҙҙең критиктарыбыҙ ярҙамға килде. Беҙҙе ойоштороп, репертуар һайлашып клуб сәхнәһенә сығырға ярҙам иттеләр. Хәҙер бер сара ла беҙҙең ансаблдең сығышыһыҙ үтмәй,- тип һөйләп бирҙе ул.
Ансамбль 2018 йылдан алып эшләп килә. Ошо арауыҡта ауылда, районда үткән бик күп сараларҙа ҡатнашып киләләр.
2020 йылда “Моңдар ҡайта ауылға” исемле сара ойоштороп, ауылда һәм унан ситтә йәшәгән ауылдаштарҙы гармун байрамына йыялар. Сәхнәгә сығырға теләүселәр бик күп була. Әле булһа, матур тәҫъораттар ҡалдырған был байрам тураһында иҫтәренә төшөрөп һөйләп алалар. Сығыш яһаусылар араһында хатта династиялар була тиһәм дә хата булмаҫ.
Ауылда тәүгеләрҙән булып Әмирхан олатай Хәсәнов тальян гармун алып ҡайтып, унда матур көйҙәр уйнап халыҡты таң ҡалдырған. Хәсәновтарҙың гармунсылар династияһы Әмирхан олатайҙан башланып китә. Нурислам, Рәфҡәт, Нурғәле, Нуритдин,Ҡөтдөс Хәсәновтар улар бер туғандар барыһы ла гармунда уйнай.
Ҡөтдөс ағайҙың кемдән уйнарға өйрәнеүен һорағас, тыйнаҡ ҡына итеп: “Ағайымдарҙан инде, күбеһенсә Нурислам ағайым өйрәтте”,- тип яуап бирҙе.
Беҙҙең һүҙгә ҡушылып Миңлеғәле ағай Хәсәнов,
– Мин дә Нурислам ағайҙан өйрәндем. Ул саҡта мин 4-се класта уҡый инем. Өйҙә Урал ағайымдың “Куба” тигән хромка гармуны бар ине, Йомағәле һәм Венер ҡустыларымда минән күрә, шул гармун туҙғансы уйнарға өйрәндек. Ике улым Иштуған да. Ильяс та, Йомағәле ҡустымдың улдары Ильнур менән Надир ҙа гармун уйнайҙар.
Һанай китһәң мәҫәлән: Ҡолһариндар Рит, Морат, Азат, Ильнур (бер туғандар ), Ғилмитдин, Ғариф; Аҡҡужиндар Искәндәр. уның улы Ильгиз; Данияр(бертуғандар); Рәшит уның улы Фәнүр, Рим- улы Флүр(бер туғандар), Урал. Дамир (бер туғандар), Самат, Рафаэль,Әсҡәт, Ишмырҙа, Рәсүл; Шәһигалиндар Нурғәле- улы Фәнил; Рахманғоловтар Ишмөхәмәт- улы Вилдан, Ҡасим(бер туғандар); Ҡотоевтар: Наил, Хәлил- улы Ибраһим; Исламғоловтар Салауат, Ким, Хәбир(бер туғандар), Сәйфулла; Халиковтар Хәкимйән, Сәлимйән(бер туғандар); Такаевтар Мәхийән улдары Рәсүл, Илдус(бер туғандар); Зөлфәр- улы Денислам; Ҡасҡыновтар Юлай, Әҙеһәм, Кәрим, Азат(бер туғандар); Аҙнағоловтар Ғинийәт, Өлфәт; Йомағолов Ҡорманғәле; Арҫланбаев Рөстәм; Ғәниев Зәйнулла; Байғужин Әмир һ.б. Бына бит күпме исемдәрҙе барлап сыҡтыҡ ансамблдәге ағайҙар менән.
Ансамблдең иң оло гармунсыһы Нурғәле ағай Шәһиғәлин, иң кесеһе Илнур Илбаҡтин. Улар таланттарын киләсәк быуынға еткерә, уларҙа гармун моңона ихтибар тәрбиәләй алыр тигән ышаныстабыҙ.
Гармун уйнарға өйрәнгән малайҙар үҙҙәрен өҫтөнөрәк тоталар, улар почетлыраҡ, сөнки уларға ҡыҙҙар ҡарай. Шуғалыр ҙа был ағайҙар малай саҡтарында оҫта итеп гармунда уйнарға хыялланғандарҙыр, мораттарына ирешеп киске уйындарҙа төп урында йөрөгәндәр, әле булһа ла урындары сәхнә түрендә.
Гармунсыларҙың репертуары бай, моңло итеп халыҡ көйҙәрен, дәртле итеп заман көйҙәрен башҡаралар. Ауыл клубы мөдире Ҡөтдөс ағай күп йырсыларҙың сығышын баян моңона төрә. Миңлеғәле ағай гармундан тыш ҡурайҙа ла уйнай, мәктәптә “Ҡурай” түңәрәге алып бара.
Ысынында, маҡсаттарына ирешеп, ир-егеттәрҙең абруйын күтәреп, ауылдың данын арттырып йәшәй гармунсы ир-егеттәр. Һеҙгә уңыштар юлдаш булһын!
Фотола: сәхнәгә сығырға йөррәт иткән, үҙҙәренең моңдарын гармун аша тамашасыға еткерә алған Искәндәр Аҡҡужин, Ҡөтдөс, Миңлеғәле, Йомағале Хәсәновтар, Азат һәм Илнур Илбаҡтиндар, Нурғәле Шаһиғалин, Вилдан Рахманғолв.