Ауыл уттары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап...

Ауылдың йәмен арттырып, йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәгән Ҡотләхмәтовтар ғаиләһе татыулыҡ, тырышлыҡ өлгөһө булып ғүмер йомғағын һүтә.

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап...
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап...

Был донъяға тыуғанһың икән, тормоштан йәм табып, уның матурлығын күреп, йәшәү мәғәнәһен тойоп ғүмер кисерергә кәрәктер. Ә был төшөнсәләрҙең, уй-хыялдарҙың барыһын да тормошҡа ашырыу өсөн тәү сиратта үҙ ғаиләңде булдырыу, балалар үҫтереү, улар өсөн ҡыуанып, ғорурланыу тойғоһон кисереү ҙә етә, минеңсә. Эйе, минең бөгөнгө геройҙарым да тап ошондай һүҙҙәр менән килешә. Сөнки улар бер-береһен аңлап, яратып һәм хөрмәт итеп йәшәгән районыбыҙҙың дан ғаиләләренең береһе.


Ауылдың йәмен арттырып, йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәгән Ҡотләхмәтовтар ғаиләһе татыулыҡ, тырышлыҡ өлгөһө булып ғүмер йомғағын һүтә. Бынан 27 йыл элек Сәләх ауылында йәшәүсе Хәсән һәм Зәйтүнә Ҡотләхмәтовтар менән Рауил һәм Рәмилә Атанбаевтарҙың матур ғаиләләре ҡоҙа булышып, Йәмил һәм Земфира Ҡотләхмәтовтарҙы ҡауыштыра. Икеһе лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән егет менән ҡыҙ бик булдыҡлы һәм тырыш булыуҙары менән айырылып тора. Үҙ көстәре менән йорт төҙөп сығып, сәскәләй һылыу өс ҡыҙға матур ғүмер бүләк итә улар.


Бер ауылда тыуып үҫкән Ҡотләхмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә буй еткергән өлкән ҡыҙҙары Таңсулпан ҡулына диплом алғандан һуң Норильск ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөй. Уртансы ҡыҙҙары Хәлиҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының магистратураһын тамамлап, үткән йылдың йәмле йәйендә тормошҡа сыҡҡан, әле йәштәр Өфө ҡалаһында йәшәй. Ә бәләкәйҙәре Физәлиә Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 10 класында белем ала. Бөтә конкурстарҙа ла, олимпиадаларҙа ла ҡатнашып, тик яҡшы билдәләргә генә уҡый ул, 9-сы класты ҡыҙыл аттестатҡа тамамлаған тырыш ҡыҙ – гимназия ғорурлығы.


Балаларҙың уңышы тәү сиратта ата-әсә тәрбиәһенән килә. Бына бит мәҡәләм геройҙарының да ҡыҙҙары аҡыллы һәм тырыш булыуҙары менән алдыра. Земфира менән Йәмил Ҡотләхмәтовтар балаларын ғәҙел, итәғәтле, ярҙамсыл булырға өндәй һәм бала саҡтан эшкә һөйөү тәрбиәләй. Матур ғаилә ишле итеп мат-тыуар көтә, баҡса тултырып еләк-емеш, йәшелсә үҫтерә. Йәй айҙарында күмәкләшеп бесәнгә йөрөйҙәр, еләк йыйып һаталар, йүнсел хужалар хатта баҡса еләген дә үҫтереп килем ала.


– Бар көсөбөҙ менән тырышып донъя көтәбеҙ инде, эш күп, ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк. Еләген дә, бәшмәген дә йыйып һатып ярайһы уҡ файҙа алабыҙ. Хәҙер инде нисә йылдар буйы һатыу иткәс, халыҡ та белеп бөткән беҙҙе. Ҡалаларҙан, хатта Ырымбур өлкәһенән да килеп алып китеүсер күп. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған был пар барыһына ла өлгөрә. Бергәләшеп ҡаймағын, һөтөн, ҡоротон, эремсеген дә әҙерләйҙәр. Аҙна һайын тиерлек баҙарға алып сығып һатып та ебәрәләр. Килем алам, файҙаһы сыҡһын тиһәң йоҡламай эшләйһең инде, ти улар.


Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла: “ эшләгәнең беҙҙең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн” тигән әйтемгә таянып эшһөйәр булырға өйрәттек. Үҙ көстәре менән тапҡан аҡсаларына уҡыу кәрәк-яраҡтары, үҙҙәренә оҡшаған кейемдәр алып ҡыуаналар. Аллаға шөкөр, тырышып уҡыйҙар, эшләйҙәр, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Беҙгә уларҙың уңыштарына, бәхеттәренә шатланып ултырырға ғына насип булһын инде, тип теләйбеҙ!
Ғаилә башлығы ҡыш көндәрендә йорт тирәһендә булышһа, йәйгеһен ул төҙөлөш тармағында эшләй, ә Земфира Рауил ҡыҙы бына инде бер нисә йыл дауамында почта таратыусы булып уңышлы эшләп йөрөй.

Ауылдаштары, туғандары өсөн өлгө булған Ҡотләхмәтовтар ауыл биләмәһе кимәлендә ойошторолған йәмәғәт эштәрендә генә түгел, район, республика сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Ҡайҙа, ниндәй мәҙәни сара булһа ла, улар һәр ваҡыт уртала ҡайнай һәм һәр ваҡыт бергә.
Тормошта килеп сыҡҡан сетерекле хәлдәргә бирешмәй, ауырлыҡтарҙы бергә иңләгән ғаилә йәшәгән йорт, йылылыҡ, изгелек һәм мәрхәмәтлек һибеп торғандай. Шулай булмай ни, күрше тирәләре, ауылдаштары менән татыулыҡта, берҙәмлектә, ҡатышып йәшәйҙәр бит улар. Ҡотләхмәтовтарҙы барыһы ла хөрмәт итә. Үҙҙәре тыуып үҫкән ауылда нигеҙ ҡорғас, иң ҡәҙерле кешеләре лә күберәк улар ҡарамағында. Олоно-оло, кесене-кесе итә белгән ғаиләгә был бер ҙә ҡыйынлыҡ килтермәй.


Матур ғаиләгә алдағы киләсәктә лә татыулыҡ, именлек һәм ҡыҙҙарының бәхетле миҙгелдәрен уртаҡлашып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: