“Башҡорт өйө” тигәндә береһенән-береһе матур, күңелгә яҡын әйберҙәр күҙ алдына килә. Борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнеп ҡоролған башҡорт тирмәһендә, өйөндә һәр йорт йыһазының үҙ урыны, тәғәйенләнеше була һәм һәр әйбер айырым мәғәнәгә эйә – улар биләмәне ҡурсаулы итә.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы “Башҡорт өйө” тип аталған бик матур бәйге иғлан иткәйне. Уның шарттары буйынса ҡатнашыусыларға ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәрен, өләсәй-инәйҙәрҙең ҡул эшенә маһирлығын, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен сағылдырған өй биҙәү әйберҙәре, һауыт-һаба, йорт йыһазы фотоларын ебәрергә кәрәк ине. Беҙҙең райондан был конкурста Сидоровка ауылының “Гәүһәркүл” этно-фольклор төркөмө ҡатнашты.
Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, онотола барған кәсептәрен тергеҙеү, ауылдың, унда йәшәгән кешеләрҙең үткәнен барлау, ҡомартҡылар, боронғо көнкүреш әйберҙәрен йыйып музей булдырыу маҡсатында эш башлап ебәргән был төркөм конкурсҡа үҙҙәре әҙерләгән йөкмәткеле мәғлүмәт һәм матур фотоһүрәттәр ебәргән. Халҡыбыҙҙың тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, матди һәм рухи байлығына һаҡсыл ҡараш, изге мөнәсәбәт булдырғандары һәм барлыҡ матур башланғыстары өсөн 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды беҙҙең уңғанбикәләребеҙ.
“Гәүһәркүл” этно-фольклор төркөмө 2018 йылда ойошторолған. Үрге Ғәле ауылы биләмәһендә, районда һәм республикала ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша улар. Мәҫәлән, былтыр көҙ Иҫәнғол ауылында үткән Шәл байрамына барып, 2-се урын яулап ҡайтҡандар.
- Әлеге ваҡытта беҙҙең этно-фольклор төркөмөнә төрлө йәштәге ун дүрт ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Бөтә эштәрҙе лә ихлас дәрт менән бергәләп башҡарабыҙ. Сәхнәгә, халыҡ араһына йыш сығабыҙ бит инде, шуға күрә башта милли кейемдәр тегеп кейҙек, биҙәүестәр йүнләнек. Кешенең тышҡы йөҙө лә, күңеле лә, башҡарған эштәре лә күркәм булырға тейеш тигән фекерҙәбеҙ. Ғәмәлдәребеҙ уң булһын тип Баймаҡ районының Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона барып концерт ҡуйып ҡайттыҡ. Беҙ алып барған күстәнәс-бүләктәргә ихлас ҡыуанып, күңелдәре булып, изге фатихаларын биреп оҙатып ҡалды унда йәшәүселәр. Күрше ауылда урынлашҡан балалар приютын да онотмайбыҙ, ҡорбан иттәрен, Яңы йыл бүләктәре алып барып торабыҙ, МХО-лағы егеттәребеҙгә лә беренселәрҙән булып эске кейем, ойоҡтар ебәреүҙе ойошторҙоҡ, ете төрлө үләндән эшләнгән сәй йыйылмаһы оҙаттыҡ, аҡсалата ярҙамдан да ситтә ҡалмайбыҙ. Турпыша (сепрәктән һуғылған балаҫ) һуғыу станогы алып, был эштең серҙәренә өйрәнеп алдыҡ. Дәртләнеп китеп, 2021 йылда “Байыҡ” телевизион конкурсына “Турпыша һуғыу” бейеүе менән барып, фольклор ансамблдәре араһында икенсе урын алыуға өлгәштек, унан алда Өфөлә Шәл байрамында видеороликтар бәйгеһендә беренсе урын яулап, “Алтын тирмә” тапшырыуында ҡатнашҡайныҡ. Туй йолаларын үткәреүҙе, егеттәребеҙҙе әрме сафтарына оҙатыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итәбеҙ. Ҡорама ҡорау, буй, арҡыры юрған, яҫтыҡтар эшләү, кейеҙ баҫыу кәсептәренә лә өйрәндек. Беҙҙең ауыл хакимиәте тарафынан бирелгән өйөбөҙ бар, уны “Ҡунаҡ йорто” тип атайбыҙ. Ауылдан ситтә йәшәп, ҡайтыр өйө булмағандар ауылдаштары өсөн аят, нәҙер, аҡиҡа ҡорбандарын ошонда ашата ала. Ҡорбан байрамын үткәрәбеҙ, Ураҙа айында, ауылыбыҙ бишкә бүленеп, шул өйҙә ауыҙ астырабыҙ. Бына ошо инде беҙҙең изге ниәттәрҙән барлыҡҡа килеп, матур башланғыстарға нигеҙ булған “Башҡорт өйө”бөҙ, – ти “Гәүһәркүл” төркөмө етәксеһе Люциә Таһирова.
Районыбыҙҙа башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсеп-йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән ошондай апайҙар булыуы һоҡландыра. Милли асылыбыҙҙы һаҡлар гәүһәрҙәребеҙ һеҙ!