“Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр”, — тип яҙған бөйөк рус яҙыусыһы Ф.М.Достоевский. Матурлыҡты күрә, уны тыуҙыра белгән гүзәл заттарыбыҙ барында ҡул эшенә маһирҙар рәте тулыланыр, был шөғөл киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр. Эйе, эйе тап шулай. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройының оҫта ҡулдары күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ тыуҙырырға һәләтле...
Исҡужа ауылында донъяға килгән Нәркәс Уйылдан һәм Рәлиә Юлгилдиндарҙың ғаиләһендә алтынсы бала булып ауаз һалған.
Күп балалы, татыу ғаиләлә үҫкәнгәлер инде, Нәркәс бик тырыш, ныҡышмал һәм матурлыҡты яратып үҫә. Бына ошондай сифаттары уны мәктәпте тамамлағандан һуң тегенсе һөнәренә алып килә лә инде.
Эйе, бөгөнгө көндә милли асылыбыҙҙы һаҡлаусы, халҡыбыҙҙың үткәненә байҡауҙар яһаусы ҡул эше оҫталары бихисап. Матурлыҡҡа ғашиҡ Нәркәс тә уҡыуын тамамлағандан һуң түшелдеректәр, заманса стилләштерелгән күлдәктәр тегә башлай. Шулай уҡ замана модаһына яраҡлаштырып, ололар ғына түгел, йәш быуын вәкилдәре лә үҙ иткән мини түшелдеректәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күркәм, килешле, сағыу төҫтәрҙәге күлдәктәр әҙерләй ул. Күҙҙең яуын алып торған мәрйендәр менән әллә нисә төрҙәге сағыу муйынсаҡтар ҙа эшләп өлгөрә оҫтабикә.
Матурлыҡты күрә белгән, уның асылына төшөнгән Нәркәс был эштәрен ысын күңелдән башҡара. Бейеүсе балаларға, йыр ансамблдәре артистарына ла бына тигән сәхнә күлдәктәре тегеп бирә.
Ошондай матурлыҡтарҙы нисек булдыраһың, ҡайҙан көс һәм дәрт алаһың тигән һорауға:
– Минең өләсәйем дә, ҡартәсәйем дә тегеү оҫталары булған. Уларҙың һәләте миңә лә күскән, күрәһең. Булған оҫталыҡты юғалтмау, был матур шөғөлдө нәҫелебеҙҙә һаҡлап ҡалдырыу маҡсаты менән мин Сибай ҡалаһына тегенсе һөнәренә уҡырға индем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тәүҙәрәк әллә ни теләгем булманы, шулай ҙа ҡуйылған маҡсаттарыма хыянат итмәй, бар көсөмдө һалып уҡырға тырыштым. Бөгөн килеп уңыштарыма ҡыуанам,ҡасандыр ҡабул иткән етди ҡарарыма бер тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы. Мине һәр яҡлап дәртләндереп, илһамландырып торған яҡындарым булыуы менән дә бәхетлемен , бигерәк тә бер туған апайым Айһылыуға ныҡ рәхмәтлемен. Әле лә апайым менән бергә эшләйбеҙ. Тәүҙә икәүләп үҙ аҡсабыҙға теген машинкаһы һатып алдыҡ, һуңынан райондан ярҙам килеп, тағы ла машинкалы булырға насип булды. Бына шунан башлап заказдарыбыҙ ҙа тиҙерәк үтәлә башланы, шулай уҡ ваҡ тегеүҙәрҙе, мәҫәлән, кейем рәтләү, замоктар тегеү менән дә булышабыҙ, – ти Нәркәс.
Оҫтабикәнең күңел йылыһын һалып башҡарған эштәре халыҡ күңеленә лә хуш килә.
Үткән йылдың һуңғы көндәрендә Нәркәс Матрай ауылы егете Ғәлинур Ғәбитовҡа тормошҡа сыҡҡан. Был мөһим ғаилә байрамына ла оҫта ҡуллы йәш кәләш үҙ ҡулдары менән теккән никах күлдәген кейгән. Яҡындарын ҡыуандырырға ла онотмаған, туй мәжлесенә уларға Айһылыу апайы менән бергәләп бер төҫтәге матур күлдәктәр тегеп биргән. Бына ниндәй туған йәнле, өлгөр, бөтмөр һәм оҫта ул, Нәркәс!
Уның эштәренә ҡарап күҙҙәр ҡамаша. Киләсәктә лә оҫтабикәнең шундай егәрле, маҡсаттарына ирешеүсән булыуын теләйбеҙ. Уңыштарың мул, һаулығың ныҡ булһын, Нәркәс!