Ауыл уттары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Матур, тырыш һәм уңған ғаилә барыһын да булдыра!

Күптән түгел Ҡоҙашевтар ғаиләһе “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында ҡатнашып лайыҡлы икенсе урын алып ҡайтты. Афарин, Ҡоҙашевтар!

Матур, тырыш һәм уңған ғаилә барыһын да булдыра!
Матур, тырыш һәм уңған ғаилә барыһын да булдыра!

Ғаилә башлығы Венер Марс улы Юлдыбай ауылындағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры булып хеҙмәт итһә, тормош иптәше Ләйсән Рәшит ҡыҙы ла шул уҡ ойошмала тренер-уҡытыусы булып эшләй.
Балалар менән эшләү, уларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү Ҡоҙашевтар ғаиләһендә бик маҡсатлы эш булып һанала. Улар үҙҙәрен, эштәренә яуаплы ҡараған һәм еренә еткереп башҡарған хеҙмәткәр булараҡ та билдәле. Ләйсән Рәшит ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре һуңғы йылдарҙа үткәрелгән бөтә спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Һәр төрлө ярыштарҙа ла район исеменән сығыш яһап ҙур уңыштарға өлгәшә.
Матур пар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Улар сәләмәт тормош алып барған, республика, район кимәлендәге йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ысын өлгөлө ғаилә.
Әле, яҙҙың тәүге көндәрендә ойошторолған “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында ҡатнашҡан Ҡоҙашевтар лайыҡлы 2-се урын алып ҡайтты. Матур, тырыш һәм уңған ғаилә барыһын да булдыра, барыһына ла өлгөрә. Балаларына рухлы һәм ныҡлы тәрбиә бирә, матур итеп донъя ҡора. Ошондай ғаиләләребеҙ булыуына ҡыуанабыҙ, ғорурланабыҙ!
Еңеү менән ҡайтҡан Ҡоҙашевтарҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы һәм артабан да киләсәк быуын өсөн өлгө булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: