Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәмәғәт тормошонда, спорт сараларында һәр ваҡыт алдынғы булған Аҡҡужиндарҙы белмәгән кеше юҡтыр

Тырышлыҡтары менән алдырған ғаилә Йылайыр ауылында тырышып донъя көтә. 

Йәмәғәт тормошонда, спорт сараларында һәр ваҡыт алдынғы булған Аҡҡужиндарҙы белмәгән кеше юҡтыр
Йәмәғәт тормошонда, спорт сараларында һәр ваҡыт алдынғы булған Аҡҡужиндарҙы белмәгән кеше юҡтыр

Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә! Ошондай девиз менән һуғарылған республика сараһы быйыл Өфө ҡалаһында үтте. Дәүләт комитетының ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың командалары араһында үткән был ярыштың финалы, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына арнап үткәрелде. Уны Башҡортостан Республикаһының ветеринария буйынса Дәүләт комитеты ойошторҙо, маҡсаты сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу булып тора.
Сарала ғаилә ярыштарының зона этаптары еңеүселәре йыйылды. Финалға үтеүсе 10 ғаилә: Асҡын, Бишбүләк, Ғафури, Йылайыр, Илеш, Мишкә, Ҡырмыҫҡалы, Фёдоровка, Учалы райондары һәм Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы командалары көс һынашты.
Ярыштың шарттары буйынса командала атай, әсәй һәм 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге бер бала ҡатнашыуы һорала һәм шулай уҡ ата-әсәнең береһе дәүләт комитетының ведомство ҡарамағындағы учреждение хеҙмәткәре булырға тейеш ине.
Беҙҙең райондан был мәртәбәле сарала ҡатнашыусы Илгиз Искәндәр улы һәм Филиә Фәнил ҡыҙы Аҡҡужиндар, улдары Инсаф менән ҙур уңыш яулап ҡайтты, 1-се урын – уларҙа! Көсөргәнешле ярыш төрҙәрен үтеп, башҡа район командаларына алдынғылыҡты бирмәй беҙҙекеләр еңеп сыҡты.
Йәмәғәт тормошонда, спорт сараларында һәр ваҡыт алдынғы булған Аҡҡужиндарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Бына был ярышта ла улар үҙҙәренең спортты яратыуын, берҙәм булыуҙарын тағы ла бер дәлилләне. Аҡҡужиндарҙың татыу ғаиләһендә бер ул һәм ике ҡыҙ үҫеп килә. Тырышлыҡтары менән алдырған ғаилә Йылайыр ауылында тырышып донъя көтә, матур йорт һалып ингән, балаларына мәһемле һәм кәрәкле тәрбиә биргән уңған пар улар тип әйтһәк, бер ҙә хата булмаҫ.
Ярышта ҡатнашыусы командаларға, уның еңеүселәренә ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар, миҙалдар һәм Рәхмәт хаттары тапшырылған. Беҙ ҙә Аҡҡужиндарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә уңыштарының күп булыуын теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: